Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘР (Ғүмәров) Ғариф Мортаза улы

Просмотров: 1382

ҒҮМӘР (Ғүмәров) Ғариф Мортаза улы [10.12.1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 18.8.1974, Өфө], яҙыусы, тәржемәсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1971). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡый (1904— 09). 1910—17 йй. (өҙөклөктәр м‑н) тыуған ауылында уҡыта. 1920 й. алып “Ҡыҙыл юл” гәз. хеҙм‑ре, 1925 й. — “Һәнәк” ж. яуаплы секретары, бер үк ваҡытта 1932—33 йй. “Крокодил” ж. БАССР б‑са үҙ хәбәрсеһе. 1934 й. башлап Башҡ‑н дәүләт нәшриәте хеҙм‑ре, 1942 й. — Башҡ. филармонияһының әҙәби бүлеге мөдире, 1944—45 йй. “Лес — фронту” (“Урман — фронтҡа”), “Сплавщик” (“Ҡыуғынсы”) гәз. (икеһе лә — Өфө) мөхәррире. “Ҡыҙыл усмалар” (татар телендә) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1925 й. сыға. Ғ. (Шәүкәт, Ғ.Шут псевдонимдары м‑н дә баҫыла) ижады өсөн тема һәм жанр төрлөлөгө хас. Ҡыуғынсылар һәм ағас әҙерләүселәр тормошонан реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән “Тулҡын өҫтөндәге ҡала” (1954) повесы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығына һәм фиҙакәрлегенә арналған. “Тупһанан түргә” (1‑се китап, 1958) һәм “Жаңыл” (2‑се китап, 1960) автобиографик повестарында ысынбарлыҡтың сағыу күренештәре фонында төп геройҙарҙың характерҙары формалашыу процесы күрһәтелә. “Көлкө хикәйәләр” (1928) сатирик һәм юмористик хикәйәләр йыйынтығы, балалар өсөн “Һанап ҡара әле!” (1947), “Кескәй дуҫтарыма” (1951) шиғырҙар йыйынтыҡтары һ.б. авторы. Ғ. әҫәрҙәре белорус, ҡаҙаҡ, татар телдәренә тәржемә ителгән. Б.Л. Горбатовтың “Буйһонмағандар” (“Непокорённые”; тәрж. 1948) романын, М.Горькийҙың “Ялсылыҡта” (“В людях”; тәрж. 1948) повесын, И.А.Крылов мәҫәлдәрен һ.б. башҡортсаға тәржемә иткән. Башҡорт драма театрында Ғ. “Яҡты йылға” пьесаһы ҡуйылған. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Тыуған ауылында Ғ. исеме м‑н урам аталған, кабинет‑музей асылған; Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа мемомемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Х е ҙ м.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1961; Бер шаршаулы пьесалар. Өфө, 1970; Мин кәләш алғанда: юмористик хикәйәләр. Өфө, 1991. 

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: