Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘРСКИЙ Ғиләж

Просмотров: 990

ҒҮМӘРСКИЙ Ғиләж [ысын исеме Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы; 1.4.1890, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Иҫке Этекәй а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 26.11.1967, Өфө], драматург. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә уҡый (1903–07). 1917 й. алып Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. төрлө ойошма һәм учреждениеларында эшләй. 1930–37 йй. Башҡ‑н дәүләт нәшриәтенең район-ара бүлеге мөдире. 1937 й. репрессиялана, 1959 й. аҡлана. 1910‑сы йй. үҙешмәкәр театр коллективтарын ойоштора, башҡ. һәм татар драматургтарының пьесаларын, үҙенең әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. Ғ. “Уйламағанда ике никах” комедияһының нигеҙендә сауҙагәр ҡыҙы м‑н мәҙрәсәнең фәҡир мөғәллименең йәшерен никахы ята. “Һуғышта” драмаһы (икеһе лә – 1917) Беренсе донъя һуғышына арналған. Баҫылмаған “Аталар күҙ йәше”, “Көнләшеү” һ.б. пьесалар авторы.

И.Ҡ.Бүләков

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: