Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИМ Баязит

Просмотров: 1208

ДИМ Баязит [ысын исеме Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24.1.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыухан а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 10.10.1945, Өфө], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Яңа авыл” (“Яңы ауыл”; ҡара: “Кызыл таң”) гәз. эшләй. 1929—32 йй. “Ленин юлы” (ҡара: “Туймазинский вестник”) гәз. баш мөхәррире, 1943—45 йй. ВКП(б)-ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты хеҙм‑ре. Д. әүҙем әҙәби эшмәкәрлеге Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән осорона (1932—43) тап килә. Башҡ. яҙыусылары араһында тәүгеләрҙән булып 30‑сы йй. прозаһына хәрби теманы индерә. Д. хикәйәләре очеркка тартым һәм ҡырыҫ хәрби ысынбарлыҡты һүрәтләй. Алыҫ Көнсығыштағы хеҙмәтенә арналған “Хәрби хикәйәләр” (1938) китабында Ватанға тоғро һалдат образдары тыуҙырылған. Бөйөк Ватан һуғышы т‑дағы “Фронт хикәйәләре” (1941) циклы автобиографик характерҙа. Тыуған ауылында урамға Д. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Хикәйәләр. Өфө, 1948.

З.А.Әлибаев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: