Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОБРОТВОРСКИЙ Пётр Иванович

Просмотров: 1249

ДОБРОТВОРСКИЙ Пётр Иванович (3.10.1839, Сембер ҡ. — 17.1.1908, Өфө), яҙыусы. Михайловск артиллерия уч‑щеһын (С.‑Петербург, 1860) тамамлаған. 1861 й. алып Башҡортостанда йәшәй. 1863 й. башлап Бөрө, 1865 й. — Бәләбәй өйәҙҙәрендә мировой аралашсы, 1877—83 йй. Өфө өйәҙендә мировой судья. Матбуғатта башҡ. ерҙәрен талауға ҡаршы сығыш яһай. Уның үткер мәҡәләләре һөҙөмтәһендә Өфө губ. бөтә башбаштаҡлыҡтарҙы раҫлаусы бер нисә сенатор ревизияһы үткәрелә. “Хикәйәләр, очерктар һәм ҡараламалар. Картиналар һәм образдар аша фекерләү” (“Рассказы, очерки и наброски. Мысли в картинах и образах”; 1892) йыйынтығына ингән бер нисә очерк һәм хикәйә [“Бабай”, “Үҙ кеше” (“Своя людя”), “Инәй” (“Иняй”) һ.б.] авторы. “Башҡортостан төпкөлөндә” (“В глуши Башкирии”; 1901) исемле китабында башҡорттарҙың ауыр тормошо һүрәтләнә.

Әҫәрҙ.: В деревне, в заводе, в городе. Уфа, 1888.

М.Ғәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: