Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДРАМАТУРГИЯ

Просмотров: 1972

ДРАМАТУРГИЯ. Милли Д. барлыҡҡа килеүе 19 б. аҙ. тура килә, ул осорҙа башҡ. һәм татар яҙыусыларының тәүге драма әҫәрҙәре ижад ителә. Өй шарттарында һәм мәҙрәсәләрҙә ҡуйылған был пьесаларҙың күбеһе баҫтырылмаған һәм беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. 20 б. 10-сы йй. наҙанлыҡ, әхлаҡ һ.б. мәсьәләләргә ҡағылған беренсе баҫма драма әҫәрҙәре донъя күрә: Рабтиҙың “Ауыл тормошо, йәки Әҙәбиәт кисәһе”, А.М.Ғәлимовтың “Май мәсьәләһе яхуд наҙан мулла”, Я.Вәлиевтең “Аслыҡ ҡушты” һ.б. 20 б. башында башҡ. Д. үҫеше Бәхтейәр Бәхтегәрәй улы, Х.К.Ибраһимов, Ғ.Х.Ниязбаев, А.М.Таһиров, Ф.К.Туйкин һ.б. исемдәре м‑н бәйле. Үҙҙәренең әҫәрҙәрендә улар башҡ. халҡының тормошон сағылдыра, замандың көнүҙәк мәсьәләләренә мөрәжәғәт итә. Таһировтың “Бисура” комедияһында әҙәпһеҙлек һәм дини хөрәфәттәр тыуҙырған төрлө ырымдарға ышаныу фашлана; “Янғура” драмаһында драматург, романтик юҫыҡта булһа ла, Рәсәй халыҡтарының, атап әйткәндә, башҡ. халҡының милли азатлыҡ өсөн көрәшен сағылдырырға тырыша. Туйкиндың Ватан һуғышына (1812) арналған “Ватан ҡаһармандары” драмаһында Рәсәйҙең яҙмышы хәл ителгән йылдарҙа башҡ. халҡының Тыуған илде яҡлап күтәрелеүе күрһәтелгән. Ниязбаевтың милли буржуазияның формалашыу процесын сағылдырған “Көслөләр һәм көсһөҙҙәр” драмаһы тормош күренештәрен тәрән художестволы анализлауы һәм ысынбарлыҡты киң сағылдырыуы м‑н айырылып тора. Бәхтегәрәй улының “Ер һатыу” драмаһында батша осоронда власть вәкилдәре тарафынан Башҡортостанда эшләнгән ер махинацияларының характерлы яҡтары сағылдырыла. “Башмағым” пьесаһы м‑н Ибраһимов башҡ. комедиографияһына нигеҙ һала. Революциянан (1917) һуң Д. интенсив үҫешә башлай. 20-се йй. Д. төп темаһы йәмғиәттәге үҙгәртеп ҡороуҙар, революцион көрәш була. Заман ысынбарлығына Таһировтың (“Алатау”), Ниязбаевтың (“Ҡыҙыл истиҡбал өсөн көрәш”, “Беренсе таң”), Д.Юлтыйҙың (“Тирмәндә”), М.Ғафуриҙың (“Ҡыҙыл йондоҙ”) һ.б. әҫәрҙәре арнала. Туйкин башлаған тарихи теманы Х.Ғ.Ғәбитов, Ф.М.Сөләймәнов, Д.Юлтый һ.б. дауам итә. Д.Юлтыйҙың башҡ. халҡының соц. иҙеүгә ҡаршы көрәшенә арналған “Ҡарағол” драмаһының әһәмиәтен реалистик йүнәлеш, көсөргәнешле конфликт һәм киҫкен сюжет билдәләй. 20—30-сы йй. Д. М.А.Буранғолов әҫәрҙәре күренекле урын алып тора (“Башҡорт туйы”, “Ашҡаҙар”, “Шәүрәкәй” һ.б.); башҡ. фольклоры традицияларын файҙаланып, яҙыусы уларҙа башҡорттарҙың патриархаль-феодаль тормошоноң сағыу картиналарын тергеҙә. 30‑сы йй. драматургтар сафын Ғ.Иҙрис, Н.Ҡ.Ҡәрипов, С.М.Мифтахов, И.Насыри, Р.Ниғмәти һ.б. тулыландыра. Башҡ. драматургтары замандаштарының һәм үткән заман геройҙарының психологик тәрәнлек м‑н айырылып торған реалистик образ-характерҙарын тыуҙыра. Мифтаховтың “Һаҡмар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” драмалары был осорҙоң иң әһәмиәтле әҫәрҙәре булып тора; коллективлаштырыу процесын һүрәтләп, драматург уны кешенең рухи камиллығы өсөн көрәш м‑н бәйләй. Ғ.Иҙристең “Яҙ йыры” һәм “Өҙөлгән тамыр” драмаларында ауылда 30‑сы йй. барған соц., рухи-әхлаҡи үҙгәрештәрҙәге ҡаршылыҡтар тормошсан күрһәтелә. Тарихи темаға Б.Бикбай (“Ҡарлуғас”, “Салауат” драмалары), Мифтахов (“Зимагорҙар”), Ҡ.Даян (“Таңсулпан” драмаһы) һ.б. мөрәжәғәт итә. 30—50 йй. Д. ҙур юғалтыуҙар килтергән сәйәси репрессиялар м‑н билдәләнә (Таһиров, Д.Юлтый атыла, Буранғолов, Ғ.Иҙрис һ.б. башҡ. яҙыусылары лагерҙарға һөрөлә). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡ. драматургтары заман ваҡиғаларына (Р.Ниғмәтиҙең “Урман шаулай”; К.Мәргән м‑н В.С.Кедровтың “Яу”; Б.Бикбайҙың “Бер туғандар”), халыҡтың хәҙ. заманға ауаздаш героик үткәненә (Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә”, Буранғоловтың “Иҙеүкәй менән Мораҙым”) мөрәжәғәт итә.

20 б. 2‑се ярт. Д. үҫешенә И.Ә.Абдуллин, Н.Асанбаев, Ә.Ҡ.Атнабаев, М.Кәрим, Ә.М.Мирзаһитов, Н.Нәжми, Р.Ә.Сафин мул өлөш индерә. Д. идея‑эстетик, әҙәби‑ижади эҙләнеүҙәре һәм ҡаҙаныштары айырыуса М.Кәрим ижадында күҙәтелә. Уның драма әҫәрҙәре характерҙар төрлөлөгө, уларҙы маҡсатлы аңлау йәһәтенән айырылып тора. Ижадсыға юғары кешелекле принциптар өсөн көрәшкән, уларҙы әүҙем раҫлаған геройҙар яҡын.

Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа хәрби йылдар ваҡиғалары, тыныс төҙөлөшкә күсеү драматургтарҙың иғтибар үҙәгендә була. Ватансылыҡ, юғары хистәр м‑н һуғарылған М.Кәримдең “Туй дауам итә”, Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең “Тальян гармун”, Ғ.Ғүмәрҙең “Яҡты йылға”, Абдуллиндың “Беҙ айырылышмабыҙ” һ.б. пьеса-хроникалары был осорҙоң иң сағыу әҫәрҙәре булып тора. 50‑се йй. башында Д. производство темаһына арналған әҫәрҙәр (К.Мәргәндең “Ҡала иртәһе”, Ә.Һ.Бикчәнтәев м‑н Р.Хәйруллиндың “Сәғиҙә” һ.б.) өҫтөнлөк итә. Уларҙа драматик конфликт, нигеҙҙә, “конфликтһыҙлыҡ теорияһы” өҫтөнлөк иткән дәүерҙә характерлы һыҙат булған “яңылыҡ индереүселәр”, “иҫке ҡарашлылар”, яҡшы, иң яҡшының үҙ-ара көрәшенә ҡайтып ҡала. 50‑се йй. комедия сәскә атыу осорон кисерә, был жанрҙың иң яҡшы өлгөләре ижад ителә: Н.Нәжмиҙең “Яҙғы йыр”, “Хуш, Хәйрүш”, Абдуллиндың “Бажалар”, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау”. 60‑сы йй.—80‑се йй. башының 1‑се ярт. Д. шәхестең йәмғиәттәге урыны, уның гражданлыҡ позицияһы әҙәби эҙләнеүҙәрҙең үҙәк темаһы булып тора. Был йәһәттән М.Кәримдең “Йырланмаған йыр”, “Яңғыҙ ҡайын”, Мирзаһитовтың “Күршеләр” драмалары һ.б. характерлы. Был осорҙоң иң күренекле әҫәрҙәренең береһе А.Х.Абдуллиндың бөтә Союз б‑са танылыу яулаған (донъяның 35 илендә ҡуйыла; тәүге тапҡыр — 1979 й. Евгений Вахтангов ис. театрҙа, төп ролдә — В.С.Лановой) “Ун өсөнсө председатель” драмаһы була. Д. ғаилә әхлағы мәсьәләләренә ҙур урын бирелә: Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәре”, Атнабаевтың “Балаҡайҙарым” драмалары — ата‑әсә м‑н балалар, Н.Асанбаевтың “Рәйсә” һәм “Фәйзи” дилогияһы һ.б. ир м‑н ҡатын мөнәсәбәттәренә арналған. Яҙыусылар һуғышты фәлс. аңлауға мөрәжәғәт итә (Атнабаевтың “Ул ҡайтты”, “Әсә хөкөмө”, М.Кәримдең “Айгөл иле”, Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” һ.б.). Н.Нәжмиҙең “Ҡыңғыраулы дуға”, Сафиндың “Йәнбикә”, Ф.В.Боғҙановтың “Мөхәббәт һәм енәйәт” һ.б. пьесаларҙа замандың соц. һәм әхлаҡи мәсьәләләре сағылдырыла. Трагедия (М.Кәримдең “Ай тотолған төндә”, И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” һ.б.), трагикомедия (Абдуллиндың “Күңелдәргә пәрҙә ҡормағыҙ”, Н.Нәжмиҙең “Ҡыңғыраулы дуға” һ.б.) үҫешә. Тарихи драма жанры (Атнабаевтың “Шоңҡар”, Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша”, З.А.Биишеваның “Зөлхизә” һ.б.) үҫеш осорон кисерә. Илдең сәйәси тормошонда 80‑се йй. 2‑се ярт. — 90-сы йй. булған үҙгәрештәр мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәрҙе яңынан ҡарап сығыуға килтерә. Ф.М.Бүләковтың “Атылған өйөр”, Р.Ҡол‑Дәүләттең “Һарысәс”, Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Аттила”, А.М.Иҙелбаевтың “Һуңғы ғәйнә” һ.б. пьесалар милли һәм этик мәсьәләләрҙе киң яҡтыртыуы м‑н характерлана.

21 б. башында драматургтарҙың яңы быуыны үҙҙәрен таныта: Т.Х.Ғарипова, Т.С.Дәүләтбирҙина, С.Н.Әбүзәров, Г.Ф.Әхмәтҡужина, Лилиә Һаҡмар һ.б. Әбүзәровтың “Хыялый”, Дәүләтбирҙинаның “Минең ғаиләм”, Әхмәтҡужинаның “Әйҙәгеҙ танышайыҡ” пьесаларында ябай кешеләрҙең көндәлек тормошонан замандың киҫкен бәрелештәре үҫеп сыға: бер-береңә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ, мөхәббәт мөнәсәбәттәрендә яһалмалылыҡ, ғәҙәти булмаған кешеләрҙе аңларға теләмәү, үҙ яҙмышыңа яуапһыҙ ҡарау, соц. һәм милли битарафлыҡ. Д. хәҙ. заман проблемаларына һиҙелерлек яҡыная.

Д. теорияһына М.Ф.Ғәйнуллиндың “С.Мифтахов драматургияһы” (“Драматургия С.Мифтахова”; 1959), “Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер” (1974), “Башҡорт трагедияһының үҫеү юлдары” (1985); Т.Ә.Килмөхәмәтовтың “М.Кәрим драматургияһы” (“Драматургия М.Карима”; 1979), “Башҡорт трагедияһының поэтика мәсьәләләре” (1984), “Драматургия һәм драматургтар” (1986), “Башҡорт драматургияһының поэтикаһы” (“Поэтика башкирской драматургии”; 1995; 2‑се баҫма, 2008), “Халыҡсанлыҡ көсө” (1998); Р.Б.Әхмәҙиевтең “Драматургияла жанр формалары” (2003), “Хәҙерге башҡорт драматургияһы: конфликт тәбиғәте һәм жанр формаларының төрлөлөгө” (“Современная башкирская драматургия: природа конфликта и многообразие жанровых форм”; 2003), “Конфликттар. Жанрҙар. Характерҙар” (“Конфликты, жанры, характеры”; 2009) һ.б. хеҙмәттәр арналған.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2—6-сы томдар. Өфө, 1990—1996; Хусаинов Г.Б. Литература и наука. Уфа, 1998; Кунафин Г.С. Культура Башкортостана и башкирская литература XIX — начала XX века. Уфа, 2006.

Т.Ә.Килмөхәмәтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: