Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕНЕШ Виталий

Просмотров: 1426

ЕНЕШ Виталий (ысын исеме Григорьев Виталий Григорьевич; 19.10.1941, Сыуаш АССР-ның Братьякасы а.), яҙыусы, тәржемәсе. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). А.М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1981). 1964 й. Стәрлетамаҡ станоктар төҙөү заводында, сода-цемент комбинатында, 1965 й. “Путь Родины” гәз. эшләй. “Япраҡ аҫтындағы еләк” (1986), “Күңел ҡайнарлығы” (1987; икеһе лә сыуаш телендә), “Иң бәләкәй дәүләт” (1990; “Самое маленькое государство”), “Урыҫ-сыуаш православие һүҙлеге” (2003; “Православный русско-чувашский словарь”) һ.б. китаптар авторы. Е. әҫ. әхлаҡ мәсьәләләренә мөрәжәғәт итә. Уның геройҙары — үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыусы йәштәр. “Сөйҙәргә” (1972), “Утыҙ беренсе түрә” (1976; икеһе лә сыуаш телендә), “Уларға нимә етмәй” (1982; “Чего им не хватает”) сатирик хикәйәләр йыйынтыҡтарында Е. етешһеҙлектәре булғандарҙан, иҫке тормош ҡалдыҡтарынан, үҙҙәренең ғәмһеҙлеге менән ошо кире күренештәрҙең йәшәүенә булышлыҡ итеүселәрҙән әсе көлә. М.Ғафури, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Р.Ниғмәти һ.б. әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә иткән. Е. әҫәрҙәрен башҡ. теленә Ә.С.Гәрәев тәржемә иткән. Иван Мучи (1980), Алексей Талвир (1991), Ф.Кәрим (1997) ис. премиялар лауреаты.

Әҫәрҙ.: Усаҡ яҡтыһы: повестар һәм хикәйәләр. Өфө, 1997; Суйласа илнисем: калавпа повеҫсем. Шупашкар, 2011.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: