Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕНИКИ Әмирхан Ниғмәтйән улы

Просмотров: 1267

ЕНИКИ (Йәнекәев) Әмирхан Ниғмәтйән улы (17.2.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 16.2.2000, Ҡазан), яҙыусы. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1989). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәтте фәнни ойоштороу ин‑тын тамамлаған (Ҡазан, 1933). Ҡазанда йәшәгән һәм эшләгән: 1945 й. алып “Совет әҙәбиәте” ж., ТАССР МС‑ы эргәһендәге Радиофикация ком‑тында, 1950—52 йй. Ҡазан авиация техникумында. Замандың әхлаҡи проблемаларына арналған “Йөрәк сере” (1957), “Рәшә” (1962), “Выждан” (1968; бөтәһе лә — татар телендә) повестары авторы. “Һуңғы китап”та (1987; татар телендә) авторҙың сағыу балалыҡ картиналары Түбәнге Ҡарғалы һәм Дәүләкән ҡ. тарихы менән үрелә, башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың мәҙәниәте, көнкүреше тасуирлана. “Оҙон көй тыңлағанда” (1926), “Еҙ ҡыңғырау” (1966), “Ҡурай” (1970; бөтәһе лә — тат. т.) һ.б. хикәйәләре ш. уҡ Башҡортостанға арналған. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1984). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. менән бүләкләнгән. Дәүләкәндә Е. балалыҡ йылдарын үткәргән йортҡа һәм Ҡарғалы урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Әйтелмәгән васыят: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1988; Выждан: дүрт повесть. Өфө, 1996; Әсәрләр: 5 томда. Казан, 1991—2004.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: