Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРИКӘЙ (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы

Просмотров: 1147

ЕРИКӘЙ (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы [3.12.1902, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 15.9.1967, Мәскәү], шағир. Дәүләт журналистика ин‑тын (Мәскәү, 1930) тамамлаған. 1927 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: “Эшче” (“Эшсе”) гәз. хеҙм‑ре, 1932 — 33 йй. Дәүләт нәфис әҙәбиәт нәшриәте эргәһендәге СССР халыҡтары әҙәбиәте секторы мөдире. 1942 й. башлап “За честь Родины” (“Ватан намыҫы өсөн”) фронт гәз. мөхәррире урынбаҫары. ТАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (1945—50). “Мөхәббәт йырҙары” (1949), “Йылдар һәм йырҙар” (1963), “Ике йөҙ йыр” (1982; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. йыйынтыҡтарға ингән 300 лирик йыр һәм романс текстары авторы. Бер нисә әҫәре, ш. иҫ. “Иҙел”, “Дим ярҙарында”, “Ағиҙел ҡайындары” (бөтәһе лә — татар телендә) шиғырҙары, Башҡортостанға арналған. СССР ЮС‑ының 2—3‑сө саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1958), 2 “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән. Дыуан р‑ны Йылантөп а. урамға Е. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Стихотворения. М., 1988; Сайланма әсәрләр: поэмалар, шигырьләр, җырлар. Казан, 1971.

Әҙәб.: Хәйри Х. Язучы һәм тормыш. Казан, 1979.

Г.Х.Абдрафиҡова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: