Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛЛӘМОВ Абдрахман Әбдрәхим улы

Просмотров: 1385

ҒӘЛЛӘМОВ Абдрахман Әбдрәхим улы [15.10.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) – 19.2.1989, Өфө], педагог-методист, тел белгесе. Пед. ф. канд. (1967). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1967). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) Баймаҡ р‑ны, Сибай ҡ. мәктәптәрендә, Белорет пед. уч‑щеһында уҡыта. 1958 й. алып Башҡ‑н уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин‑ты хеҙм‑ре, 1968 й. — БДУ уҡытыусыһы. Ғ. төп хеҙмәте — “Әлифба” (ҡара: Әлифба), башҡ. мәктәптәрендә уҡытыу 30 й. яҡын уның б‑са алып барыла. Ғ. башланғыс кластар өсөн башҡорт теле б-са уҡытыу-методик комплекстар эшләй, телмәр үҫтереү б‑са респ. тәүге дидактик материалдар йыйынтығы, башҡ. теле һәм әҙәбиәте б‑са фонохрестоматия (54 пластинка) төҙөй. 40-тан ашыу уҡытыу-методик хеҙмәт, ш. иҫ. педагогия училищелары һәм башҡ. мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн дәреслектәр авторы. 1997 й. алып Баймаҡ р‑нында йыл һайын Ғ. ис. призға пед. хеҙм‑рҙәр конкурсы үткәрелә. Өфөлә Ғ. йәшәгән йортҡа һәм тыуған ауылында мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Яйыҡбаев К.Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре (тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр). Өфө, 2003.

К.Я.Яйыҡбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: