ҒИСМӘТУЛЛИН Абдулла Төхвәтулла улы
ҒИСМӘТУЛЛИН Абдулла Төхвәтулла улы (14.3.1883, Турғай өлк. Ҡустанай ҡсб – 10.6.1938, Өфө), педагог, дәүләт эшмәкәре, журналист. Троицк ҡ. мәҙрәсә тамамлаған, 1911—14 йй. Психоневрология ин‑тында уҡый (С.-Петербург). 1907 й. алып “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) уҡыта. 1918 й. башлап Милләттәр эштәре б‑са ХК-ның Петроград бүлегенең мосолмандар секцияһы мөдире, 1919 й. – “Салауат” гәз. мөхәррире, 1920 й. – Көнсығыш ғилеме ин‑тының (Мәскәү) сәйәси комиссары, бер үк ваҡытта Петроград йәнле көнсығыш телдәре ин‑ты етәксеһе, Милләттәр эштәре б-са ХК-ның ғилми хеҙм‑ре һәм Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның Милләттәр советы ағзаһы. 1924 й. алып (өҙөклөк м‑н) БАССР Дәүләт план комиссияһында: рәйес, 1930 й. — Халыҡ хужалығы иҫәбенең үҙәк идаралығы етәксеһе, бер үк ваҡытта рәйес урынбаҫары. 1926 й. алып БАССР мәғарифы халыҡ комиссары, 1928 й. – БАССР ХХС-ы рәйесе, 1929 й. алып Башҡ. Үҙәк статистика идаралығы идарасыһы. Мәктәптәр өсөн арифметика, геогр. һәм тәбиғәт белеме дәреслектәре авторы. “Йондоҙ”, “Ҡояш”, “Ҡазан мөхбире” (“Ҡазан хәбәрсеһе”) гәз., “Тәрбиә”, “Аҡ юл” ж. (бөтәһе лә — Ҡазан, татар телендә) һ.б. А.Ғисмәти псевдонимы м‑н баҫыла. БашҮБК, ВКП(б)-ның Башҡ. өлкә ком‑ты Ревизия комиссияһы ағзаһы. Яңы башҡорт алфавиты комитеты ағзаһы (1927). 3‑сө Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы (Түбәнге Новгород ҡ., 1906), Советтарҙың 3‑сө Бөтә Рәсәй съезы (Петроград, 1918) делегаты. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.
Ю.В.Ергин
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина