Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕВЛАМПИЕВА Вера Фёдоровна

Просмотров: 1508

ЕВЛАМПИЕВА Вера Фёдоровна (17.4.1880, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Зәй ҡсб, хәҙ. ТР‑ҙың Зәй ҡ., – 7.6.1970, Өфө), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1944). Епархия ҡыҙ балалар училищеһын тамамлағандан һуң (1896) Успение сиркәү-мәхәллә уч‑щеһында, 1907—12 йй. шәхси ирҙәр гимназияһында, 1907—14 йй. Өфө шәхси хеҙмәткә ярҙам итеү йәмғиәте ҡарамағындағы ололар өсөн киске йәкшәмбе мәктәбендә, 1912—19 йй. Мариин ҡыҙ балалар гимназияһында, бер үк ваҡытта 1915 й. алып Уҡытыусылар институты ҡарамағындағы Юғары башланғыс уч‑щела уҡыта; 1919 й. башлап 48-се 1‑се баҫҡыс мәктәбе мөдире, бер үк ваҡытта 1920—21 йй. Өфө губ. халыҡ мәғарифы бүлеге инструкторы, 1922 й. алып 1-се берләштерелгән 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәп мөдире урынбаҫары, 1924 й. — 18-се фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбе мөдире, 1933—42 йй. 11-се урта мәктәп уҡытыусыһы, 1943—53 йй. 3-сө урта мәктәптең (ҡара: Гимназия №3) уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1932—53 йй. Башҡ‑н уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу ин‑ты (барыһы ла — Өфө) методисы. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

В.М.Кирсанова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: