Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҒӘЛИӘ”, мәҙрәсә

Просмотров: 1407

ҒӘЛИӘ, юғары мәҙрәсә. 1906 й. окт. Өфөлә 2-се йәмиғ мәсете (ҡара: Өфөләге мәсеттәр) эргәһендә асыла. Башлап йөрөүсеһе һәм нигеҙ һалыусыһы — З.Камалетдинов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, кешеләрҙән йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола. Уҡытыу-тәрбиә эшенә ректор һәм мәсеттең имам‑хатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнең өлкән һәм уртансы (айырым осраҡтарҙа – башланғыс) кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған ир-егеттәр (15—45 йәшлек) ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған (1911 й. алып йылына 60 һумға яҡын). Уҡыу курсы – 6 йыл (3 йыл әҙерлек курсы һәм төп бүлектәр). Уҡыу барышы яңы ысуллы уҡытыу системаһына (ҡара: Йәдитселек) нигеҙләнә, шәкерттәр дини генә түгел, донъяуи белем дә ала. Уҡыу программаһына ислам тарихы һәм филос., Ҡөрьән тәфсире, фикһ, Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәрен һәм тормошон өйрәнеү, психология, пед., гигиена, дидактика, әҙәбиәт, матур яҙыу, ғәрәп, төрөк һәм урыҫ телдәре, төрки, ш. уҡ алгебра, геом., геогр., физика, химия ингән. “Ғ.” художество түңәрәктәре, хор, ҡыллы оркестр эшләй, төрлө телдәрҙә ҡулъяҙма журналдар сығарыла, халыҡҡа лекциялар уҡыла, әҙәби‑муз. кисәләр һәм спектаклдәр ойошторола. “Ғ.” м‑н З.Н.Айыуханов, Ғ.Ғ.Ибраһимов, З.Ҡадири һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәҙрәсәлә башҡорттар, татарҙар һ.б. төрки халыҡ вәкилдәре уҡыған. 1906—16 йй. осоронда мәҙрәсәлә 950 шәкерт белем ала, улар араһында С.С.Атнағолов, Ш.Бабич, Х.Ғ.Ғәбитов, С.Ғәбәши, М.Ғафури, Ә.Ф.Зөбәйеров, К.А.Иҙелғужин, Б.Ишемғол, С.Ҡудаш, Ҡ.Ғ.Мифтахов, Н.Т.Таһиров, Х.Туфан, К.А.Хәкимов, Шамун Фидаи. 1918 й. ябыла; 1919 й. мәҙрәсә базаһында башҡорттар һәм татарҙар өсөн 2‑се баҫҡыс мәктәп (ир-егеттәр өсөн) асыла. “Ғ.” Ректоры – Камалетдинов (1906—18). Мәҙрәсә 2‑се йәмиғ мәсете бинаһында, 1908 й. алып үҙенең 3 ҡатлы таш бинаһында (хәҙ. Чернышевский урамы, 5) урынлаша, ул сауҙагәрҙәр Б. һәм С. Нәзировтарҙың, дворянка С.Йәнтүринаның аҡсаһына төҙөлгән. Мәҙрәсә бинаһы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора, унда Ш.Бабич, М.Ғафури, Ибраһимов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Р.Үтәбай-Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019