Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВАШ СОБЕСЕДНИК”, журнал

Просмотров: 1161

“ВАШ СОБЕСЕДНИК” (“Һеҙҙең әңгәмәсе”), ижтимағи‑сәйәси журнал. РСФСР Коммунистар партияһының Башҡортостан республика комитеты баҫмаһы. Өфө ҡ. 1943— 91 йй. башлыса айына 2 тапҡыр (1943—45 йй. һәм 1990—91 йй. — 1 тапҡыр) сыға. Тәүҙә “Блокнот агитатора” (“Агитатор блокноты”) булараҡ урыҫ, башҡ. һәм тат. телдәрендә, 1989 й. башлап “В.с.” исеме менән урыҫ, башҡ. һәм тат. телдәрендә нәшер ителә. Журнал биттәрендә республиканың мәҙәни һәм социаль‑иҡтисади тормошо яҡтыртыла, Башҡортостан тарихы буйынса материалдар, статистик мәғлүмәттәр, дәүләт власы органдары ҡарарҙары һәм бойороҡтары һ.б. баҫыла. Мөхәррирҙәре араһында Т.И.Ахунйәнов, Р.М.Раимов

Р.В.Гәрәев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023