Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИМИТРИЙ СОЛУНСКИЙ СИРКӘҮЕ

Просмотров: 1231

ДИМИТРИЙ СОЛУНСКИЙ СИРКӘҮЕ, Димитрий сиркәүе. 1790‑сы йй. Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Куроедов  а. (хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Надеждино  а.) дворян Куроедовтар аҡсаһына төҙөлә. Классицизм стилендәге таш сиркәү, 2 көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы манаралы, ҡыйығы 2 яҡлы. Базилика тибындағы бина. Көнбайыш һәм көнсығыштан аркалы ике ҡапҡаһы була. Тәҙрә йөҙлөктәре дүртмөйөш, өҫкө яғы киң. Традициянан айырмалы рәүештә, аш бүлмәһе м‑н ҡорамдың үҙенә бүленмәгән. Изге великомученик Димитрий Солунский (Мироточивый) хөрмәтенә өҫтәл бар (1799 й. изгеләндерелгән). 1878 й. алып сиркәү эргәһендә сиркәү‑мәхәллә мәктәбе эшләй. Причт 19 б. башында — священник, дьякон, дьячок һәм ҡыңғыраусынан; 1872 й. 2 священник, дьякон һәм 2 причетниктан тора. 1807 й. мәхәлләгә — Куроедов а. һәм 4 ауылдың, 1872 й. алып 6 ауылдың диндарҙары ҡараған. 1930‑сы йй. Д.С.с. ябыла, бинаһы склад итеп файҙаланыла. 90‑сы йй. башында диндарҙарға кире ҡайтарыла. М.А.Чванов м‑н Г.Ф.Гудков (ҡара: Гудковтар) инициативаһы б‑са, фотоһүрәттәргә нигеҙләнеп, ҡорамдың тәүге күренеше тергеҙелә (архитекторы З.М.Хәтмуллина). Билдәле настоятелдәре: П.Анисимов (1799 й. алып), Д.Фёдоров (1804 й. алып), П.Александров (1807 й. алып), И.С.Кибардин (1811—13), В.А.Пономарёв (1891—?), А.А.Надеждин (1934—?), иеромонахтар Зосима (Кеев; 1994 й. алып), Никандр (Юрдонов; 2001 й. алып); П.Г.Форманюк (2002 й. алып), В.В.Фәрхетдинов (2011 й. алып). Сиркәү “Надеждино” тарихи‑мәҙәни үҙәгенә инә, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: Ширгазин А.Р. Православные храмы Башкирии: история и архитектура. Уфа, 1995.

Я.С.Свице

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: