Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВЕСТНИК УФИМСКОГО ЗЕМСТВА”

Просмотров: 1211

“ВЕСТНИК УФИМСКОГО ЗЕМСТВА” (“Өфө земствоһы хәбәрҙәре”), журнал. Өфө земство башҡармаһы органы. 1879—83 йй. Өфөлә 2—3 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. “Блохин печатняһы”нда (ҡара: Блохиндар) нәшер ителә. 3 бүлектән тора: “Хөкүмәт бойороҡтары һәм кассация Сенаты ҡарарҙары”, “Урындағы земство эшмәкәрлеге”, “Төрлө мәғлүмәттәр һәм хәбәрҙәр”. Уларҙа хөкүмәт бойороҡтары һәм ер эштәре б‑са указдар, земство башҡармаларының ғаризалары б‑са Сенат ҡарарҙары, урындағы земство эшмәкәрлеге т‑да ма териалдар, губерна б‑са демографик һәм статистик мәғлүмәттәр, иғландар, библиография һ.б. баҫыла. Мөхәррирҙәре: А.Д.Дашков (ҡара: Дашковтар, 1879 й. алып), Н.А.Гурвич (1882).

А.Й.Зарипов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019