Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВЕЧЕРНЯЯ УФА”

Просмотров: 1869

 “ВЕЧЕРНЯЯ УФА” (“Киске Өфө”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — Өфө ҡ. советы һәм ҡала округы хакимиәте, редакция коллективы. 1969 й. алып Өфөлә аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы 35,7 мең дананан ашыу (2011). Гәзит биттәрендә Өфө ваҡиғалары хроникаһы, баш ҡаланың ижт. һәм мәҙәни тормошо яҡтыртыла; яңылыҡтар, рәсми хәбәрҙәр, замандың көнүҙәк проблемаларына арналған аналитик мәҡәләләр, Өфө тарихы б‑са материалдар баҫыла. Рубрикалары: “Рәсми”, “Яңылыҡтар”, “Бөгөн”, “Ҡала традициялары”, “Әйтегеҙ инде...” һ.б. 1973 й. башлап “Уфимская неделя” (“Өфө аҙнаһы”) реклама-мәғлүмәт ҡушымтаһын сығара, 2002 й. — “Киске Өфө” гәз. ойоштороусы булып тора. Баш мөхәррирҙәре: Й.Б. Хөсәйенов (1969 й. алып), Ш.С. Хәзиәхмәтов (2000 й. алып), М.Н.Муллаҡаев (2001 й. алып), В.Н.Голов (2005 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019