Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИ (Вәлиев) Әкрәм Мөхәррәм улы

Просмотров: 1392

ВӘЛИ (Вәлиев) Әкрәм Мөхәррәм улы [28.7.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 19.3.1963, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1932). 1934—41 йй. һәм 1945 й. алып Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә эшләй, 1953—55 йй. “Әҙәби Башҡортостан” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. баш мөхәррире. “Көс” тип аталған тәүге шиғырҙар китабы 1931 й. сыға. “Мин Алыҫ Көнсығыштан” (1940) исемле йыйынтығына ингән хикәйәләрендә совет сик һаҡсыларының сағыу образдары һүрәтләнгән. “Беҙҙең яҡ егеттәре” повесы (1949) нигеҙендә яҙылған “Беренсе аҙымдар” (1954) романында 20 б. 20—30‑сы йй. яңы быуын башҡ. зыялыларының формалашыуы күрһәтелә. “Май ямғыры” (1958) һәм “Гөлйемеш сәскәһе” (1963) романдарын үҙ эсенә алған дилогияһы 50—60‑сы йй. ауыл тормошона арналған. В.М.Гаршин, М.Ю.Лермонтов, Н.А.Некрасов, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Өфөлә В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Өфөлә, тыуған ауылында урамдар уның исемен йөрөтә.

Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1958—1959; Юлда тыуған уйҙар: очерктәр, хикәйәләр, мәҡәләләр. Өфө, 1967.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: