Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Фәйзи

Просмотров: 3204

ВӘЛИЕВ Фәйзи [Фәйзрахман Ислам улы; 1892, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 29.11.1941, Өфө], яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1912), Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тында (30‑сы йй. башы) уҡыған. 1919 й. алып РСФСР‑ҙың Мәғариф ХК инструкторы, 1921 й. — РСФСР‑ҙың Төркиәләге вәкиллеге тәржемәсеһе, 1924—26 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, ВКП(б)-ның Мәсәғүт кантон ком‑тының 1‑се секретары, 30‑сы йй. Башҡ‑н алтын‑баҡыр комб‑ты директоры. Фәйзи, Фәйзи Саған псевдонимдары м‑н дә билдәле. Тәүге әҫәрҙәре 1910—11 йй. “Шура” ж. һәм “Ваҡыт” гәз. баҫылып сыға. В. әҙәби эшмәкәрлеге башлыса рев‑цияға тиклемге осорға тура килә. Мәҙрәсәлә уҡыған ваҡытта яҙылған “Өмөтлө күңелдән” шиғыры башҡ. халҡының яҡты киләсәгенә ышаныс м‑н һуғарылған. “Ирхан учитель”, “Йырлайҙар”, “Намаҙ” һ.б. әҫәрҙәре Беренсе донъя һуғышы ваҡиғаларына арналған. “Урал буйҙары” нәҫерендә автор үҙ халҡының һәм тыуған еренең яҙмышы т‑да уйлана. Ғашиҡтарҙың күңел кисерештәрен оҫта һүрәтләгән “Кәмәлә” хикәйәһе башҡ. лирик прозаһының иң яҡшы өлгөләренең береһе һанала. 20‑се йй. уның “Большевик Сәләй” хикәйәһе һәм “Анкара юлында” юлъяҙмалары донъя күрә. В. “Ек Мәргән” эпосын яҙып алған һәм баҫтырып сығарған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Фәйзи хикәяләре. Казан, 1918.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: