Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘФИС КЕЙЕҘ СӘНҒӘТЕ

Просмотров: 2315

НӘФИС КЕЙЕҘ СӘНҒӘТЕ, башҡорттарҙың традицион көнкүрешендә ҡулланылған, һарыҡ (һирәкләп — дөйә) йөнөнән эшләнгән төрлө әйберҙәр; уларҙы матур итеп биҙәү; хәҙ. заман биҙәү-ҡулланма сәнғәте бүлеге. Кейеҙ баҫыу технологияһы, уны ҡулланыу өлкәһе һәм традицион биҙәү алымдары боронғо төркиҙәр сәнғәтенә барып тоташа. Башҡорттарҙа кейеҙ балаҫтар киң таралыу ала, улар торлаҡты тышҡы (тирмә каркасы) һәм эске (иҙәнгә һәм урындыҡҡа түшәү, стеналарға элеү) яҡтан биҙәү, халыҡ йолаларын һәм байрамдарын (ҡара: Мосолман байрамдары) үткәреү, кәләшкә бирнә әҙерләү өсөн ҡулланылған. Кейеҙҙән ирҙәргә баш кейеме, ир‑егет, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар өсөн аяҡ кейемдәре (ҡара: Сарыҡ, Ҡата), серге (ҡара: Ат егеү кәрәк‑ярағы), уйын өсөн туп әҙерләү 20 б. уртаһына тиклем таралған була. Башҡорттар ҡара кейеҙ, ҡатнаш йөндән ала кейеҙ баҫҡан, айырыуса аҡ кейеҙ юғары баһаланған. Байрам һәм туй ваҡытында тирмәләрҙе аҡ кейеҙ м‑н япҡандар (аҡ тирмә — башҡ. фольклорында киң таралған образ; халыҡ араһында өй ҡотон, тыныс тормошто аңлатҡан, изгелек, әхлаҡи сафлыҡ һәм күркәмлек символы булып торған), бәйгеләрҙә еңеп сыҡҡан батыр атының һыртына һалғандар, кәләш менгән атты биҙәкле аҡ серге м‑н матурлағандар. Күн, ағас, металл, һуғылған һәм сигелгән әйберҙәр (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте, Нәфис күн сәнғәте, Нәфис металл сәнғәте) араһында үҙенсәлекле фактуралы, йомшаҡ һәм һығылмалы кейеҙ затлы йыһаз булып айырылып торған. Башҡорттарҙың кейеҙ баҫыуы ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡтарҙыҡынан ябайыраҡ: биҙәктәр һәм орнамент техникаһы ыҡсым; төп ысулдары: биҙәкте батырып яһау (иң боронғо һәм ябай), аппликация, сигеү; киң таралған биҙәү мотивтары: ромб, өсмөйөш, квадрат, киртләсле буйҙар, ромб сылбырҙары, һарыҡ тәкәһе мөгөҙө һәм S рәүешендәге фигуралар. Биҙәкте батырып яһағанда кейеҙҙе бер яғынан ғына ябай биҙәк м‑н семәрләгәндәр. Бының өсөн бәләкәй йөн йомғаҡты һәм шәлкемде (контраст төҫтә, ҡайһы берҙә буялған була) билдәле бер тәртиптә еңелсә баҫылған кейеҙ өҫтөнә тигеҙ итеп һалып сығалар, шунан улар батҡансы һәм кейеҙ кәрәгенсә тығыҙланғансы баҫалар. Килеп сыҡҡан биҙәк орнаментының йомшаҡ тоноҡлоғо м‑н айырылып тора. Респ. көньяҡ-көнсығышының ҡайһы бер ауылдарында биҙәк урынына кейеҙҙең уртаһына эре һандар йәки хәрефтәр м‑н кейеҙҙең баҫылған ваҡытын, хужабикәнең исемен, ҡайһы берҙә мосолман символдарын (ҡара: Дини символика) төшөрәләр. 19 б. аҙ. Өфө губ. Благовещен з‑дында өй оҫтаханаларында “Күкмара быймалары” н баҫыу технологияһын ҡуллана башлайҙар: баҫыла башлаған быймаға йөн ептәр м‑н тамбурлы сигелгән биҙәк тәгәрләтелгән. Айырыуса аҡ йөн ҡулланылып эшләнгән ҡатын-ҡыҙ сергеләре һәм аяҡ кейемдәре ҡупшы булған. Улар аппликация һәм сигелгән ҡусҡар биҙәктәре (күбеһенсә парлы мөгөҙ һәм спираль рәүешендәге) м‑н биҙәлә. Аяҡ кейемендә, бигерәк тә үксәне һәм бейек ҡуңысты, бай композициялы биҙәк м‑н биҙәүгә иғтибар бирелгән; сергеләргә ябай биҙәктәр баҫып, мөйөштәренә төҫлө суҡтар һәм ситтәренә төҫлө сәсәк ҡуйғандар. Ваҡыт үтеү м‑н кейеҙ үҙенең боронғо тәғәйенләнешен юғалта: йылытыу һәм көнкүреш әйберҙәре яһау өсөн киң таралған материал булыуҙан туҡтай. Эстетик функция төп урынды ала: текстиль миниатюраларға оҡшаш кейеҙ паннолар м‑н (ҡара: Нәфис текстиль сәнғәте) интерьер биҙәйҙәр. Башҡортостандың проф. биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә Н.к.с. м‑н ҡыҙыҡһыныу 20 б. 90‑сы йй. уртаһында барлыҡҡа килә, ул ваҡытта күргәҙмәләрҙә А.Ф.Ғәлиндың кейеҙ баҫыу техникаһында башҡарылған инсталляциялары һәм паннолары күренә башлай. Кейеҙҙе башҡа традицион материалдар (металл, күн, ат ялы, йөн ептәр) м‑н бергә ҡулланып, рәссам фактураларҙы бик оҫта бер- береһенә тура килтерә һәм боронғо рух, йәйләү тормошо романтикаһы м‑н һуғарылған экзотик образдар тыуҙыра. Биҙәктең традицион батырып яһау алымы урынына Ғәлин биҙәкләү өсөн анилин буяуҙар ҡуллана. Уның ҙур форматлы “Әруах” (1995) һәм “Дала векторҙары” (1997) инсталляцияларының нигеҙендә башҡ. халҡының мифологик күҙаллауҙары ята. “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” панноһында (1997; бөтәһе лә — “Дәшти Ҡыпсаҡ” серияһы) төп фекерҙе рамға соҡоп яҙылған тамға еткерә. 21 б. башында Н.к.с. Ә.А. Байрамғолова, Г.Т.Мөхәмәтйәрова һәм О.В.Литвиненко мөрәжәғәт итә (кейеҙ баҫыу техникаһының оҫталары булараҡ, улар яңы ысул — кейеҙҙе беркетеүҙә туҡылмай эшләнгән гобелендан үҙләштерелгән энә м‑н тишеү техникаһын ҡулланалар, декоратив паннолары форма, күләм һәм образдар төрлөлөгө м‑н айырылып тора). Литвиненконың эштәренә башлыса иллюстративлыҡ хас (“Тыуған яҡ мотивтары” панноһы, 2003). Мөхәмәтйәрова үҙенең эштәрендә боронғо кейеҙҙәрҙең традицион биҙәктәренә — тамға һәм ҡусҡарлап сигеү элементтарына — тартыла (“Боронғо һүҙ” панноһы, 2004), ул һуңғы йылдарҙа Литвиненко ла (“Яңырыу” панноһы, 2005) ҡуллана башлаған образ-символдар, образ-тамғалар ижад итә. Байрамғолованың ижады боронғо башҡ. һәм ҡаҙаҡ традицияларының үҙ‑ара йоғонтоһона нигеҙләнеп, төрлө материалдарҙан заманса коллаждар яһауға ҡорола (“Йыр” панноһы, “Ҡояш боландары” серияһы, 2003). Кейеҙ баҫыу техникаһы м‑н ҡыҙыҡһыныуҙы уятыуға һәм уның үҫешенә Халыҡ ижады үҙәгенең эшмәкәрлеге булышлыҡ итә: “Тамға” күргәҙмә проекты булдырыла (2002 й. БР‑ҙың Халыҡ кәсептәрен үҫтереү дәүләт программаһына инә), уның сиктәрендә йыл һайын халыҡ оҫталары ҡатнашлығында респ. семинарҙары, “Тамға” Н.к.с. күргәҙмәләре (2005 й. күргәҙмәләрҙең береһе Мәскәүҙә үткәрелә) ойошторола, БДПУ м‑н берлектә ун‑ттың художество-графика ф‑ты студенттары, ш. уҡ респ. балалар художество мәктәптәре (ҡара: Художество мәктәбе №1, Художество мәктәбе №2) уҡыусылары тарафынан кейеҙ баҫыуҙың боронғо техникаһын үҙләштереү өҫтөндә эш алып барыла. Хәҙ. ваҡытта Белорет, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ., Иглин р‑нының Иглин а. БР‑ҙа кейеҙ баҫыу техникаһын үҫтереүҙең төп үҙәктәре булып тора. Башҡортостандың Баймаҡ, Балаҡатай, Ғафури, Нуриман, Стәрлебаш һәм Әбйәлил р‑ндарында Н.к.с. ҙур иғтибар бирелә.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002.

С.В.Игнатенко, А.Ғ.Йәнбухтина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: