Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАБДРАХМАНОВ Абрар Хаҡ улы

Просмотров: 1887

ҒАБДРАХМАНОВ Абрар Хаҡ улы (1.1.1935, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Наурыҙ а. — 15.10.2013, Өфө), ком‑ позитор. БР‑ҙың халыҡ артисы (1995), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1985). Композиторҙар союзы ағзаһы (1981). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; Р.В.Сәлмәнов класы), ӨДСИ‑не (1973; З.Ғ.Исмәғилев класы) тамамлаған. 1961—68 йй. Өфөнөң 8‑се муз. мәктәбе уҡытыусыһы, 1973—78 йй. БАССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тының муз. мөхәррире. Ғ. ижады бай тематикалы булыуы, әҫәрҙәрендә көй үҫешенең төрлө формаларын һәм алымдарын ҡулланыуы м‑н айырылып тора. Башҡ. халыҡ музыкаһы темаларына нигеҙләнеп, “Йәмле Яйыҡ буйҙары” симфоник картинаһын (1972), “Башҡорт бейеүҙәре” симфоник сюитаһын (1980), 2 скрипка һәм фп. өсөн “Бейеү ритмдары” сюитаһын (1976), Скрипка һәм фп. өсөн 2‑се сонатаһын (1988), скрипка һәм фп. өсөн “Башҡорт моңдары” пьесалар циклын (1992) ижад итә. Ғ. ижадында милли мелодиканы айырыуса аһәңле сағылдырған вокаль музыка ҙур урын алып тора: Колоратуралы сопрано һәм симфоник оркестр өсөн концерт (1977), Р.Ә.Сафин һүҙҙәренә “Мәңгелек яралар” (1972), А.Игебаев һәм Й.Ә.Солтанов һүҙҙәренә “Тыуған ерем — моңло йырым” (1979) кантаталары; Х.Ғиләжев һүҙҙәренә “Ер улы — Ил улы” (1986), Р.Й.Ғарипов һүҙҙәренә “Туған тел” (1989), Н.Нәжми һүҙҙәренә “Шағир” (1998) вокаль циклдары. 60‑тан ашыу йыр һәм романс авторы: Р.Йәнбәк һүҙҙәренә “Ағиҙел”, З.Ә.Әхмәтйәнова һүҙҙәренә “Аҙашҡанһың, кәкүк”, З.С.Ҡотлогилдина һүҙҙәренә “Төштәрҙә генә булһа ла”, Р.Т.Бикбаев һүҙҙәренә “Туған моңдар” һ.б. 50‑нән ашыу башҡ. халыҡ йырын нотаға һала, ҡайһы берҙәрен хор (a cappella) өсөн эшкәртә (“Сибай”, “Томан”, “Уйыл”, “Шәүрә” һ.б.). Балалар өсөн “Ала муйын” (“Серая шейка”; 1987, Д.Н.МаминСибиряктың ш. уҡ исемле әкиәте б‑са Г.А.Зайцевтың либреттоһы) операһын, 20‑нән ашыу йыр һәм пьеса ижад итә.

 Ә ҫ ә р ҙ.: Таңдағы йыр. Өфө, 1985; Төнгө серенада. Өфө, 1994. Әҙәб.: Г а л и н а Г.С. Төнгө серенада //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999.

 

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: