Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАЯЗОВ Әлфис Суфиян улы

Просмотров: 2012

ҒАЯЗОВ Әлфис Суфиян улы (3.6.1956, БАССР‑ҙың Асҡын райрны Иҫке Ҡаҙансы а.), педагог. БР ФА академигы (2016), Рәсәй мәғариф академияһының мөхбир ағзаһы (2009), педагогия фәндәре докторы (1996), профессор (1997). РФ‑тың (2021) һәм БР‑ҙың (2000) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй: 1987 й. алып биология факультеты, 1989 й. — педагогика һәм психология факультеты деканы. 1998 й. башлап БДПУ‑ла: педагогика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 й. алып Педагогика институты директоры. 2011 й. башлап БР‑ҙың мәғариф министры, 2015 й. — БР ФА Президенты. 2021 й. БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитетының рәйес урынбаҫары.

Фәнни тикшеренеүҙәре үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, гражданлылыҡ формалаштырыу мәсьәләләренә арналған. БР Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың 6‑сы саҡырылыш депутаты. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).

Хеҙм.: Образование как пространство формирования личности гражданина. М., 2006; Семь проблем современного образования. Уфа, 2008; Лидирующая роль образования в обществе. Уфа,  2011. 

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.06.2022
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
Связанные статьи: