КИРӘЕВА Найлә Әхнәф ҡыҙы
КИРӘЕВА Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (10.11.1948, Өфө ҡ. — 25.11.2012, шунда уҡ), микробиолог, биотехнолог. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2004). К.Мәргәндең ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Биология институтында эшләй. 1977 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге нефть продукттарының, пестицидтарҙың һ.б. бысратыусыларҙың тирә‑яҡ мөхиттә микробиологик тарҡалыуын өйрәнеүгә арналған. Нефть менән бысранған тупраҡ һәм һыу ятҡылыҡтарын тергеҙеүҙең биотехнологик ысулдарын эшләй. Тирә‑яҡ мөхиттең нефть менән бысранған объекттарына мониторинг яһар өсөн биодиагностик күрһәткестәр һәм биотест-системалар һайлап ала.
Х е ҙ м.: Микробиологические процессы в нефтезагрязнённых почвах. Уфа, 1994; Биологическая активность нефтезагрязнённых почв. Уфа, 2001 (авторҙ.); Микробиологическая рекультивация нефтезагрязнённых почв. М., 2001 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова