Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРГӘН КИРӘЙ

Просмотров: 1800

МӘРГӘН КИРӘЙ [ысын исеме Кирәев Әхнәф Нурый улы (Нурмөхәмәт улы); 28.6.1912, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡыйғаҙытамаҡ а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 24.1.1984, Өфө], яҙыусы, фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1963), проф. (1966). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Нурмөхәмәт Йомраниҙың улы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1949), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1954) тамамлаған. 1932 й. алып “Удар төҙөлөш” (Өфө), 1934 й. — “Ленинсы”, 1937 й. — “Ҡыҙыл Башҡортостан” (ҡара: “Башҡортостан”) гәз. хеҙм‑ре, 1939 й. — “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. яуаплы секретары, 1941 й. — “Комсомольская правда” (“Комсомол хәҡиҡәте”; Мәскәү) гәз. БАССР б‑са үҙ хәбәрсеһе. 1942—43 йй. 112‑се башҡ. кавалерия дивизияһы органы — “Ҡыҙыл атлылар” гәз. хеҙм‑ре. 1946 й. алып ТТӘИ‑лә (1954 й. — сектор мөдире) эшләй; 1965—84 йй. БДУ‑ла: татар филол., 1969—82 йй. башҡ. әҙәбиәте һәм фольклоры каф. мөдире. “Бүләк” исемле тәүге китабы (К.Рәшит м‑н берлектә) 1938 й. сыға. Әҫәрҙәрен Әхнәф Кирәй псевдонимы аҫтында ла баҫтыра. Башҡ‑н нефтселәренең тормошо т‑дағы “Нарыштау итәгендә” (1950; урыҫса тәрж. 1954) романы, “Ҡабалан кеше” (1940), “Алсаҡ йорт” (1982), балалар өсөн яҙылған “Ҡариҙел” (1947; урыҫса тәрж. 1972), “Бабайым балтаһы” (1968) хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары, “Минең ғаиләм”, “Ҡала иртәһе”, “Өҙөлгән моң” пьесалары һ.б. авторы. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына арналған “Бөркөт ҡанаты” (1—4 китап, 1981—1985; урыҫса тәрж. 1987) романында 16 б. башҡ. халҡының киң тормош панорамаһы һүрәтләнә. Әҫәрҙәре инглиз, ҡытай, литва, немец һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Н.В.Гоголь, Л.Н.Толстой һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. М. пьесалары респ. театрҙарында ҡуйылған. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. фольклоры жанрҙарын, башҡ. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын, сәсәндәр ижадын; фольклористика тарихын; совет осорондағы башҡорт ?EX_AGZ_CGәҙәбиәтен өйрәнеүгә бәйләнгән. “Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары” (1961), “Башҡорт халҡының героик эпосы” (“Башкирский народный героический эпос”; 1970) монографияларында башҡ. эпосының жанр үҙенсәлектәре, уны өйрәнеү тарихы тикшерелә. “Мәңгелек шишмә” (1978) китабы халыҡ байрамдарына, туй йолаларына, халыҡ медицинаһына арналған. “Һуғыш фольклоры” (1944), “Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре” (1960) йыйынтыҡтарын туплай. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе, инеш мәҡәләләр һәм комментарийҙар авторы. 50—60-сы йй. Башҡортостан, ш. уҡ Ҡурған, Пермь, Свердловск, Силәбе, Һамар, Һары‑тау, Ырымбур өлк. буйлап үткәрелгән фольклор экспедицияларының ғилми етәксеһе. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Өфөлә М. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта‑ таш ҡуйылған һәм уның исеме м‑н урам (Нуғай а.) аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1962—1963; Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1981; Чудесный айран: рассказы, юморист. повесть. М., 1976.

Әҙәб.: С ө л ә й м ә н о в Ә.М. Йөк аты. Өфө, 1998.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: