Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОҘАЯРОВА Гүзәл Радомес ҡыҙы

Просмотров: 1668

ҠОҘАЯРОВА Гүзәл Радомес ҡыҙы (18.1.1953, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (1996), проф. (2000). Р.Ғ.Ҡоҙаяровтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй; 1986 й. алып Биология ин-тының үҫемлектәр физиологияһы лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлектәрҙең тереклек итеү шарттары ҡапыл үҙгәргәндә фитогормондарҙы өйрәнеүгә арналған. Ҡ. тарафынан гормондарҙың синтезланыуы, күсеүе һәм тарҡалыуы иҫәбенә уларҙың концентрацияһының тиҙ үҙгәреү механизмы, тиҙ гормональ реакцияларҙың үҫеүгә һәм һыу алмашыныуына булышлыҡ итеүҙә роле асыҡланған. Гормондарҙы синтезлаған бактериялар ярҙамында инокуляциялау юлы м‑н үҫемлектәрҙең продуктлылығын һәм сыҙамлылығын арттырыу ысулы эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гормоны растений. Регуляция концентрации, связь с ростом и водным обменом. М., 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019