Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛАГИН Андрей Алексеевич

Просмотров: 1153

КУЛАГИН Андрей Алексеевич (14.9.1979, Өфө ҡ.), дендроэколог. Биология фәндәре докторы (2006), профессор (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2011). А.Ю.Кулагиндың улы. БДУ‑ны (2001), БДАУ‑ҙы (2003), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын (2008) тамамлаған. 1997 й. алып Өфө биология институтында эшләй: 2004 й. башлап өлкән, 2006 й. — төп, 2009 й. — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2002 й. алып БДПУ-ла (2011—21 йй. экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу кафедраһы мөдире), 2021 й. башлап “СпецЭкоПроект” ЯСЙ-ның генераль директоры (Өфө ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре экстремаль урман үҫтереү шарттарында үҫкән ағастарҙың яраҡлашыу потенциалын билдәләүгә бәйле. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә урман экосистемаларының торошон мониторингылы тикшереү, урман тергеҙеү һәм һаҡлаусы урман үрсетеү, антропоген үҙгәргән ландшафтарҙы урман итеп яңыртыу һәм экологик экспертиза һорауҙары буйынса ғәмәли сараларҙы нигеҙләү үткәрелә.

  Хеҙм.: Древесные растения и биологическая консервация промышленных загрязнителей. М., 2005 (авторҙ.); Водоохранно-защитные леса Уфимского плато: экология, синтаксономия и природоохранная значимость. Уфа, 2007 (авторҙ.); Лиственница Сукачева в экстремальных лесорастительных условиях Южного Урала. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.08.2022
Связанные статьи: