Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАЙЛАЛОВА Сажиҙә Хәмәҙийәр ҡыҙы

Просмотров: 1154

ЗАЙЛАЛОВА Сажиҙә Хәмәҙийәр ҡыҙы [1.11.1919, Өфө өйәҙе Өфө губ. Баштирмә а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 26.11.2005, Өфө], педагог‑методист. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1962). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1936 й. алып Шишмә р‑ны Ябалаҡлы тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1939 й. — Ҡараяҡуп тулы булмаған урта мәктәбенең, 1941 й. — Маҡар районы Ишәй тулы булмаған урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1943 й. башлап Өфөлә: ВКП(б)ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1948—88 йй. 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернатында (1955 й. тиклем дир.). Башҡорт теле һәм әҙәбиәте б‑са уҡыу программалары, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, ш. иҫ. 4—5 кластар өсөн “Туған әҙәбиәт” дәреслектәре, уларға методик ҡулланмалар һ.б. авторы, 1952 й. алып улар ҡабаттан баҫылып килә. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: