Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАКИРЙӘНОВ Кәбир Закирйән улы

Просмотров: 1129

ЗАКИРЙӘНОВ Кәбир Закирйән улы [10.4.1931, БАССР‑ҙың Үрге Ҡыйғы р‑ны Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны)], тел белгесе, педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (1979), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2007), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973), СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1977), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1955). 1952—57 йй. Тәтешле р‑нының Аҡсәйет урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1960 й. алып БДУ‑ла уҡыта (1980—96 йй. хәҙ. урыҫ тел ғилеме каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт теленең һәм урыҫ теленең сағыштырма типологияһын өйрәнеүгә, лингводидактика, милли һәм урыҫ ике теллелектең (ҡара: Билингвизм) барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше проблемаларына, милли мәктәптә, махсус урта уҡыу йорттарында һәм вуздарҙа урыҫ телен уҡытыу теорияһы һәм практикаһы мәсьәләләренә арналған. 750‑гә яҡын фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Сопоставительная грамматика русского и башкирского языков. Уфа, 2004; Формирование активного башкирско-русского двуязычия: метод. аспект. Уфа, 2010.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: