ЗАЛЕЖСКИЙ Андрей Александрович
ЗАЛЕЖСКИЙ Андрей Александрович (1825, Тубыл губ. – 15.12.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем а., хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙыл Еҙем а., Өфөлә ерләнгән), педагог. Действительный статский советник (1874). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1850) Пермь ирҙәр гимназияһы уҡытыусыһы, 1861 й. алып инспекторы, 1867 й. башлап Ҡазан, 1875 й. — Ырымбур уҡыу‑уҡытыу округтарының округ инспекторы, 1876 й. — Пермь ҡ. Алексеев реаль уч‑щеһы дир., 1882 й. — Пермь губ. Йоҡ заводы ҡасабаһының (ҡара: Йоҡ заводтары) почётлы мировой судьяһы, 7‑се участкаһы судьяһы. 1869—72 йй. Өфө губ. Бөрө, Минзәлә, Өфө, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре уҡыу йорттарын тикшерә. Ырымбур губ. Троицк гимназияһында З. ис. стипендия булдырыла (1875). 2‑се дәрәжә император тажлы Изге Анна орд. м‑н бүләкләнгән (1873).
Ф.Д.Әхмәрова
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина