Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИТКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1208

ИТКҮЛ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 7—3 бб. ҡарай. 20 б. башында В.Я.Толмачёв тарафынан асылған Иткүл (Исәт й. басс.) янындағы ҡаласыҡ исеме м‑н аталған. Башҡортостанда И.м. ҡомартҡылары (20‑гә яҡын) Әй й. басс., Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. үрге ағымында тупланған (Аҙанай, Иткүл ҡаласығы I, Йонос торамаһы, Красный пахарь II, Һаҡаҫҡы, Әкәүәҙ һ.б.). Нығытылған һәм нығытылмаған торамалар ҡалҡыу урында урынлашҡан. Оҙонса, тура мөйөшлө балсыҡ иҙәнле ярым ер өйҙәр, бағана һәм ағас конструкциялы 1—2 усаҡлы ер өҫтө ҡаралтылары торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Торамаларҙың күпселегендә етештереү ҡоролмалары (горндар, ҡойоу формалары, мейестәр), тигелдәр, шлак һ.б. табылған. Керамика тальк ҡушып эшләнгән һәм өҫкө өлөшө тешле йәки шыма штамп м‑н биҙәлгән киң муйынлы түңәрәк төплө көршәк рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Бронза һәм баҡыр (кеше йәки йәнлек һыны рәүешендәге бәләкәй фигуралар, айылдар, беләҙектәр, көҙгөләр, йөҙөктәр, сулпылар, сымдан эшләнгән һырғалар, сөйлө йәки һаплы, 2 һәм 3 ҡырлы уҡ башаҡтары, һөңгө остары, кельт балталар һ.б.), тимер (булавкалар, ҡасауҙар, энәләр, ҡыҫҡа ҡылыстар, бысаҡтар) әйберҙәр табылған. Ҡорал, биҙәүес, культ әйберҙәрендә скиф‑сак стиле һыҙаттары асыҡ күренеп тора. Ҡойолған яҫы культ әйбере урында эшләнгән. Өҫтө‑өҫтөнә ерләү осраҡтары (15‑кә яҡын) бар. Тау‑урманлы һәм урман‑далалы Урал аръяғында Межа мәҙәниәте нигеҙендә формалашҡан. Һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр (башлыса һыйыр малы һәм йылҡы үрсеткәндәр). Баҡыр иретеү, тимер етештереү, тимерселек эштәре, күмер яғыу үҫешкән. И.м. нигеҙендә көслө металлургия усағы эшләгән. И.м. вәкилдәре Ананьин мәҙәниәте, Гамаюн мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте, Саргатка мәҙәниәте, Сармат мәҙәниәте халҡы м‑н тығыҙ бәйләнеш тотҡан. И.м. өйрәнеүселәр: Г.В.Бельтикова, К.В.Сальников, В.Е.Стоянов һ.б.

Әҙәб.: Иткүл мәҙәниәте мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: