Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИТКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ I

Просмотров: 1352

ИТКҮЛ ҠАЛАСЫҒЫ I, Иткүл мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 7—6 бб. ҡарай. Силәбе өлк. Дауыт а. янындағы Иткүлдең төньяҡ ярында урынлашҡан. 20 б. башында В.Я.Толмачёв тарафынан асыла, 1953 й. Н.П.Кипарисова, 1954 й. К.В.Сальников тарафынан өйрәнелә. Ҡаласыҡ (майҙаны 2 мең м2) ур һәм соҡор м‑н һаҡланған. Ер өҫтөндә төҙөлгән тура мөйөшлө 2 торлаҡ (21х24 м), иретеү мейестәренең нигеҙҙәре һаҡланған балсыҡ ҡатыш майҙансыҡтар (диам. 1 м), хужалыҡ соҡорҙары табылған. Керамика киң муйынлы, түңәрәк төплө көршәк рәүешендә, тальк, слюда ҡушып эшләнгән һәм өҫкө өлөшө тешле йәки шыма штамп баҫып биҙәлгән һауыттарҙан ғибәрәт. Түбәнге ҡатламдарҙа Межа мәҙәниәте керамикаһы осрай. Ҡаласыҡта бронзанан һәм баҡырҙан (кәйлә, ҡаҙан, балға, уҡ башаҡтары, сулпы, төйгөстәр, шлак), балсыҡтан (шыналар, һыҙғыртҡыс һыныҡтары, орсоҡбаштар), тимерҙән (булавкалар, бысаҡтар, беҙҙәр), таштан (батырғыстар, сүкештәр, ҡайраҡтар, ҡырғыстар), һөйәктән (уҡ башаҡтары, ат ҡырғыстары), тальктан (ҡойоу формалары) эшләнгән әйберҙәр табылған. Халҡы баҡыр ҡойоу һәм тимер етештереү, малсылыҡ (ваҡ мал һәм һыйыр малы, йылҡы үрсеткән), һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы материалдары Силәбе өлк. тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Сальников К.В. Иткульская культура (к вопросу о “Зауральском ананьине”) //Краеведческие записки. Челябинск, 1962. Вып.1; Бельтикова Г.В. Иткульские поселения //Археологические исследования на Урале и в Западной Сибири. Свердловск, 1977.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: