Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ

Просмотров: 1363

ИГЕН КУЛЬТУРАЛАРЫ, иген алыу өсөн үҫтерелгән бажат һымаҡтар ғаиләһе үҫемлектәре һәм ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенән ҡарабойҙай. И.к. ашлыҡ (арпа, арыш, бойҙай, кукуруз, тритикале, һоло һ.б.), ш. иҫ. ярма культуралары, һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына бүленә. Үҫеш төрө б‑са И.к. ужым культураларына (арыш, бойҙай һ.б.) һәм яҙғы культураларға (иртә — арпа, бойҙай, һоло; һуң — кукуруз, ҡарабойҙай, сорго, тары) айырыла. Дымға иң талапсандары — бойҙай, һоло, арыш. Ҡоролоҡҡа бирешмәүсән И.к. — арпа, кукуруз, сорго, тары. И.к. ашлығы он тартыу, ярма һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте өсөн сеймал булып тора. Иген эшкәртеү продукттары сәнәғәттең икмәк бешереү, макарон, һыра ҡайнатыу, спирт етештереү һ.б. өлкәләрендә ҡулланыла. И.к. йәшел массаһын (ҡара: Йәшел мал аҙығы), силосты, һаламды, үлән онон ауыл хужалығы малдарын ашатыу өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда бойҙай, арыш, һоло, арпа, ҡарабойҙай, тары, кукуруз һ.б. үҫтерелә. И.к. үҫтереүҙең төп зоналары — Урал аръяғы дала зонаһы, Урал алды дала зонаһы, көньяҡ урман‑дала зонаһы. Респ. И.к. сәсеү майҙандары яҡынса 1,8 млн га тәшкил итә (2010).

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023