Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1318

ПРОФСОЮЗ КАДРҘАРЫНЫҢ КВАЛИФИКАЦИЯҺЫН КҮТӘРЕҮ ИНСТИТУТЫ, өҫтәлмә проф. белем биргән мәғариф учреждениеһы. 1961 й. стационар проф. курстарбулараҡ асыла, 1990 й. алып уҡытыу-методик үҙәге, 1993 й. — Өҙлөкһөҙ белем биреү һәм соц. прогнозлау үҙәге, 1998 й. башлап БР Профсоюздар федерацияһының П.к.к. к.и. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: профсоюз кадрҙарын, төрлө пр‑тие, ойошма етәкселәрен һәм белгестәрен, эштән бушатылған хеҙм‑рҙәрҙе һәм эшһеҙ халыҡты проф. йәһәттән әҙерләү, яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү (70‑тән ашыу программа); хеҙмәтте һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге б‑са уҡытыу һәм аттестация үткәреү; мәғариф системаһын мәғлүмәт һәм ғилми‑методик әҙәбиәт м‑н тәьмин итеү; һөҙөмтәле менеджмент ойоштороу һәм бизнесты үҫтереү проблемалары б‑са тикшеренеү, халыҡ‑ара һәм консалтинг эшмәкәрлеге һ.б. Институт составына 3 каф., уҡытыу‑методик бүлеге инә. Китапханаһы, медиатекаһы бар. 64 уҡытыусы араһында 6 фән д‑ры һәм 30 фән канд. (2012). Йыл һайын 3 меңдән ашыу тыңлаусы уҡып сыға. 1996 й. алып халыҡ‑ара һәм төбәк программаларын (“Урындағы үҙидара тәжрибәһен өйрәнеү”, “Профсоюздар һәм власть", “Демократия һәм урындағы власть”, “Социаль аудитҡа идара итеү технологиялары” һ.б.) тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша; БР, РФ, АҠШ, Болгария, Германия, Польша һәм Франция вуздары һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. 30‑ҙан ашыу монография, 150‑гә яҡын уҡыу әсбабы һәм уҡытыу‑методик тәҡдимдәр нәшер ителгән (2012). Дир.: И.Н.Михайлов (1961 й. алып), Р.М.Низамов (1973 й. алып), А.Н. Долженко (1977 й. алып), Н.С. Сөләймәнов (1979 й. алып); ректорҙары: Ғ.Т. Ғәлиев (1993 й. алып), И.З. Ғимаев (2013 й. алып).

Ғ.Т.Ғәлиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: