Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРТТА МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР

Просмотров: 1239

СПОРТТА МАҠТАУЛЫ ИСЕМДӘР, рәсми халыҡ‑ара һәм милли спорт ярыштарында күрһәтелгән ҡаҙаныштар һәм спорт классификацияһы б‑са билдәләнгән нормативтарҙы үтәгәне, пед. һәм тренерлыҡ эшмәкәрлектәре һ.б. өсөн бирелә. 1966 й. БАССР‑ҙың спорт йәмғиәттәре һәм ойошмалары союзы “БАССР‑ҙың иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре” (беренселәрҙән булып Н.Я.Андреев, И.Е.Дизенко, Н.Н.Филипповых һ.б. маҡтаулы исемгә лайыҡ була), “БАССР‑ҙың иң яҡшы тренеры” (Э.Х.Абелев, Б.М. Мосиевич, Н.Е.Веремей), “БАССР‑ҙың иң яҡшы судьяһы” маҡтаулы исемдәрен булдыра. 20 б. 70—80‑се йй. Башҡортостандың физик культура һәм спорт хеҙм‑рҙәренә “БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” почётлы исеме бирелә (ҡара: Маҡтаулы исемдәр). Тәүгеләрҙән булып был маҡтаулы исемгә 1976 й. дек. физик культура тренерҙары һәм уҡытыусылары З.Х.Адеев, А.П.Арпишкин, С.Й. Байгилдин, Н.Н.Безносов, Веремей, М.Й.Ғарифуллин, Н.И.Митькин, В.К.Скворцов, М.А.Шәмиғолов лайыҡ була. 1985 й. 17 сент. БАССР ЮС‑ы Президиумы “БАССР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” (1992 й. башлап “БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре”) маҡтаулы исемен булдыра, 1985 й. дек. был исем Өфө резина‑техник изделиелар з‑дының производство гимнастикаһы б‑са өлкән методисы Е.Ф. Волковҡа бирелә. 1993 й. 16 июлендә БР МС‑ы тарафынан “БР‑ҙың күренекле спортсыһы” маҡтаулы исеме булдырыла, тәүгеләрҙән булып был маҡтаулы исемде Ю.Д.Дудорин, Ғ.Ф. Ҡадиров, В.П.Лимасов, И.А.Плеханов ала. Респ. спортсылары һәм тренерҙары ш. уҡ СССР, РСФСР һәм РФ С.м.и. лайыҡ була. “СССР‑ҙың спорт мастеры” маҡтаулы исеме (респ. тәүге тапҡыр) Ярославль—Мәскәү маршруты б‑са күп көнлөк саңғы уҙышында ҡатнашҡаны өсөн — З.Фаризовҡа (1938); “СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры” (1960) һәм “СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры” (1965) — Олимпия уйындарындағы һәм донъя чемпионаттарындағы ҡаҙаныштары өсөн Г.В.Вагановҡа; “РСФСР‑ҙың милли спорт төрҙәре буйынса спорт мастеры” маҡтаулы исеме көрәш б‑са РСФСР чемпионатында уңышлы сығыш яһағаны өсөн Ғ.Л.Ҡоҙаҡаев, Ф.Ғ.Ҡотдосов, М.Мәмлиев, Р.Ғ.Мортазинға (1970) бирелә. Тренерҙар араһында респ. беренсе булып “СССР‑ҙың атҡаҙанған тренеры” исемен — Х.М.Йосопов (1975), “РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры” исемен — Абелев (1968), “РСФСР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” маҡтаулы исемен М.М.Лаптев, Йосопов (икеһе лә — 1985) ала; физик культура һәм спорт хеҙм‑рҙәре һәм уҡытыусылары араһында “СССР‑ҙың физик культура отличнигы” маҡтаулы исеменә Д.А.Борисов, Дизенко, А.А.Иванов (бөтәһе лә — 1949) һ.б. лайыҡ була. Респ. тәүгеләрҙән булып “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” маҡтаулы исеменә — Р.А.Баталова, С.А.Севостьянов (икеһе лә — 1992); “Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры” исеменә Ә.Ғ.Агеев (1992), Г.И.Алексеев (1993) һ.б. лайыҡ була. Башҡортостанда РФ һәм БР С.м.и. 2 меңдән ашыу кешегә бирелә.

Әҙәб.: А ю п о в Р.А. Государственные, ведомственные награды, спортивные и почётные звания спортсменов, тренеров и спортивных работников Башкортостана. Уфа, 1998.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: