Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОПЕЙКИН Игорь Валентинович

Просмотров: 1200

КОПЕЙКИН Игорь Валентинович [8.7.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аксёнов а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 7.12.2002, Мәскәү], лётчик, полковник (1983). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1951). 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш, Сталинград, Дон, Төньяҡ Кавказ, 3‑сө Белоруссия һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө һауа армияһы 5‑се гвардия бомбардировщиктар авиация див. 35‑се гвардия бомбардировщиктар авиация полкының һауа уҡсы-радисы — эскадрилья элемтәһе нач. гвардия старшинаһы К. 180 хәрби осошта (1944 й. окт. ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. демобилизациялана. 1952—83 йй. СССР Дәүләт именлеге ком‑ты хеҙм‑ре. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1941, 1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023