Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич

Просмотров: 1381

КУЛАКОВ Пётр Афанасьевич (16.6.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Өфө районы) — 24.1.1994, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Латвия коммунистар (большевиктар) партияһы ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Рига ҡ., 1949). 1942 й. июненән Дон, Сталинград, Көнбайыш һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 31‑се армия 174‑се уҡсылар дивизияһы 598‑се артиллерия полкының орудие командиры сержант К. 1944 й. 6 һәм 20 июлендә Белорус ССР‑ының Волма һәм Солоцкино торама пункттары янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. демобилизациялана. 1949 й. алып Латвия ССР‑ында партия һәм дәүләт эшендә. 1954—84 йй. Өфө НЭЗ‑ында, “Башнефтехимзаводы” ПБ‑ында һәм Өфө резина-техник изделиелар заводында эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. К. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, Благовещен ҡ. уға һәйкәл ҡуйылған.

  Әҙәб.: С а д о ф ь е в Д. Высота славы //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: