ЗАДОРНОВ Николай Павлович
ЗАДОРНОВ Николай Павлович (22.11.1909, Пенза ҡ. — 18.9.1992, Рига), яҙыусы. Латвия ССР‑ының атҡ. мәҙәниәт эшмәкәре (1969). “Амур‑атаҡай” (“Амур‑батюшка”; 1941—1946), “Капитан Невельской” (1956—1958), “Алтын биҙгәге” (“Золотая лихорадка”; 1969) һ.б. тарихи романдар авторы. 1935—37 йй. Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй: “Белорецкий рабочий” гәз. хеҙм‑ре, 1936 й. алып “Красная Башкирия” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”; ҡара: “Республика Башкортостан”) гәз. үҙ хәбәрсеһе. 19 б. 60‑сы йй. Белорет заводында булған реаль ваҡиғаларҙы сағылдырған “Мәғәсүм менән Гурьяныч” (“Могусюмка и Гурьяныч”; 1956) повесында башҡорт һәм урыҫтарҙың бергәләп завод хужаларына ҡаршы алып барған көрәше күрһәтелгән. Сталин пр. лауреаты (1952).
Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.5. Уфа, 2001.
С.Ю.Данилин
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов