Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНВЕСТИЦИЯ СӘЙӘСӘТЕ

Просмотров: 1363

ИНВЕСТИЦИЯ СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең иҡт. сәйәсәтенең ҡушма өлөшө; капитал һалыу күләмен, структураһын, төп фондтарҙың үҫешен һәм яңырыуын билдәләй. И.с. маҡсаты — финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә милли иҡтисадтың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе уңайлы инвестицион климат булдырыу. Совет власы йылдарында дәүләттең И.с. команда‑адм. иҡтисад булдырыуға һәм камиллаштырыуға йүнәлтелә (ҡара: Биш йыллыҡ пландар), 20 б. 90‑сы йй. башына ул юҡҡа сыға. Баҙар иҡтисадына күскәндән һуң инвесторҙар аҡсаһына формалашҡан мөлкәт комплекстары (акционер һәм пай инвестиция фондтары) барлыҡҡа килә башлай, уларҙы файҙаланыу һәм улар м‑н эш итеү идара итеүсе компаниялар тарафынан башҡарыла: йыйылған активтар башҡа компанияларҙың ҡиммәтле ҡағыҙҙа- рына һәм объекттарына (күсемһеҙ мөлкәткә һәм мөлкәт хоҡуҡтарына) һалына. РФ‑та тәүге инвестиция фондтары 1992 й. хосусилаштырыу чектарын маҡсатлы инвестициялауҙың чеклы инвестиция фондтары рәүешендә барлыҡҡа килә (1999 й. юҡҡа сыға; ҡайһы берҙәре пай инвестиция фондтарына үҙгәртелә). 90‑сы йй. аҙағынан РФ‑та иҡтисадты инвестициялау өсөн уңайлы шарттар тыуа. Дәүләт инвестицияларының төп йүнәлештәре булып соц. өлкә объекттарын төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороу, йәшәйеште тәьмин итеүсе техник яҡтан ҡатмарлы системалар инфраструктураһын үҫтереү тора. БР‑ҙа 2010 й. төп капиталға инвестициялар (төп фондтарҙы булдырыуға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән сығымдар суммаһы) 139569,7 млн һум (бөгөн ғәмәлдә булған хаҡтарҙа) тәшкил итә. Финанслау сығанаҡтары б‑са инвестициялар структураһында пр‑тиелар, ойошмалар һәм дәүләт бюджетының үҙ аҡсалары өҫтөнлөк итә (ҡара: табл.). Төп халыҡ‑ара һәм милли рейтинг агентлыҡтары БР‑ҙың тотороҡло инвестициялар йәлеп итеүсе төбәк булыуын раҫлай.

А.Ш.Ғәлимова, И.В.Дегтярёва, Л.Р.Ҡорманова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: