ЗАЛЫГИН Сергей Павлович
ЗАЛЫГИН Сергей Павлович (23.11.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухаревский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Сухаревка а., — 19.4.2000, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1988). РФА акад. (1991), а.х. фәндәре канд. (1948). Омск а.х. ин‑тын тамамлаған (1939). 1970 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тында уҡыта, 1986—98 йй. “Новый мир” (“Яңы донъя”) ж. баш мөхәррире. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. “Тоҙло япраҡ һуты” (“Солёная падь”; 1967), “Комиссия” (1975), “Дауылдан һуң” (“После бури”; 1985) роман-хроникалары революциянан һуңғы Себерҙең нығыныу этаптарына арналған. “Экологик роман” (“Экологический роман”; 1993), “Һайлау ирке” (“Свобода выбора”; 1996) романдарында, “Фамилиялаштар” (“Однофамильцы”; 1995) повесында совет осоронан һуңғы ысынбарлыҡ үҙенең соц.психологик типтары һәм йәмғиәт коллизиялары м‑н һүрәтләнә. Урыҫ яҙыусылары ижадына арналған әҙәбиәт ғилеме б‑са эштәр авторы. СССР-ҙың Дәүләт пр. (1968), РФ Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге пр. (2000) лауреаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1964), Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән.
Ә.Р.Зайцева
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов