Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҘӘШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1094

ИҘӘШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Үтәғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 71 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 581 кеше; 1920 — 605; 1939 — 412; 1959 — 474; 1989 — 549; 2002 — 665; 2010 — 613 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. билдәле. Бикбирҙе, Иҙәш-Бикбирҙе исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. Бикбирҙе (Сәмәт) булараҡ иҫәпкә алынған, 25 йортта 138 кеше йәшәгән, 1866 й. 92 йортта — 656 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, ярма ярғыс теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ф.С.Абдуллин, У.Ғ.Ҡадиров ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019