Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМОВ Ғәлимйән Ғирфан улы

Просмотров: 1726

ИБРАҺИМОВ Ғәлимйән Ғирфан улы [28.2.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Солтанморат а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) – 21.1.1938, Ҡазан], яҙыусы. Хеҙмәт геройы (1932). Ырымбур ҡ. мәҙрәсәһендә (1898—1905), “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1906—08) уҡыған. Һул социалист‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы ағзаһы. 1909—27 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Ҡазанда эшләй: 1913 й. “Аң” ж. яуаплы секретары, 1920 й. алып ТАССР‑ҙ ың Мәғариф ХК‑нда, 1925—27 йй. Академик үҙәк рәйесе, бер үк ваҡытта татар тыуған яҡты өйрәнеү бюроһы рәйесе, “Безнең юл” (“Беҙҙең юл”) һәм “Мәгариф” (“Мәғариф”) ж. мөхәррире. 1915—17 йй. Өфөлә: “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡыта, 1917 й. “Ирек” гәз. ойоштора. 1917—18 йй. Эске Рәсәй һәм Себер төрки-татар мосолмандарының милли йыйылышы, 1918 й. ғинуарында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1918—20 йй. Мәскәүҙә: Үҙәк мосолман хәрби коллегияһы ағзаһы, бер үк ваҡытта РКП(б) ҮК эргәһендәге Көнсығыш халыҡтары коммунистары Үҙәк бюроһының нәшриәт бүлеге редколлегияһы етәксеһе, “Красный Восток” (“Ҡыҙыл шәреҡ”) ж. хеҙм‑ре, “Чулпан” (“Сулпан”) гәз. мөхәррире. РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ТАССР ҮБК ағзаһы (1918). “Йәш йөрәктәр” (1912), “Дала ҡыҙы” (1924), “Тәрән тамырҙар” (1928; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. романдар авторы. “Беҙҙең көндәр” (1919; татар телендә) романында башҡ. ауылының революциянан (1905—07) һуңғы ауыр тормошо һүрәтләнгән. “Алмасыбар” (1922; татар телендә) хикәйәһендә башҡорттарҙың үҙенсәлекле образдары тыуҙырылған. Татар филол. б‑са “Татар теле грамматикаһы” (1911), “Әҙәбиәт ҡанундары” (1916; икеһе лә — татар телендә) һ.б. хеҙмәттәр авторы. 1937 й. репрессиялана (төрмәлә вафат була). 1955 й. аҡлана. И. исеме ТР ФА‑ның Ҡазан тел, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт ин‑тына бирелгән, Өфөлә бульвар, БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Талбазы а. урам, Ҡазанда проспект уның исемен йөрөтә; тыуған ауылында И. йорт‑музейы асылған. Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның исемендәге премия булдырылған.

Әҫәрҙ.: Тәрән тамырҙар: роман, хикәйәләр. Өфө, 1987.

Әҙәб.: Ғимаҙиев Ү. Талант һәм хеҙмәт: Ғәлимйән Ибраһимов ижады тураһында әҙәби публицистик мәҡәләләр. Өфө, 1982; Хасанов М.Х. Галимджан Ибрагимов. Казань, 1977.

С.Ш.Поварисов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.07.2023
Связанные темы рубрикатора: