Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАМЫШЛЫ, Өфө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 734

ҠАМЫШЛЫ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 33 км һәм Өршәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 277 кеше; 1920 — 476; 1939 — 520; 1959 — 608; 1989 — 539; 2002 — 669; 2010 — 758 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Булгаков лицейы филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 1779 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә  яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Шулай уҡ Усахин (тәүге төпләнеүсе Фёдор Усахин фамилияһынан), Ҡалмантай, Яңы Алмантай, Ҡамышлыкүл исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. (хәҙ. исем м‑н) 21 йортта 127 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. шарап, һыра һәм 4 бакалея кибете, мөгәзәй, земство этап йорто теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ булған. 60‑сы йй. ҡарай Ҡ. м‑н 19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Гординовка (Лидино, Ҡамышлы), Петровка (Завьялов), Топорнин (Марьин, Крючково, Никольский) аа. ҡушылған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: