Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАШҠАР, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 688

ҠАШҠАР, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Ҡалмашбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 24 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 458 кеше; 1959 – 334; 1989 – 148; 2002 – 150; 2010 – 133 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1926 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Ҡалмашбаш а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: