Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 891

ҠОЛАЙ, Алтыбай, Иҫке Ҡангилде, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 15 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Көмөшлө й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1078 кеше; 1920 — 1223; 1939 — 718; 1959 — 735; 1989 — 434; 2002 — 429; 2010 — 374 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡайынлыҡ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1669 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Имай һәм Усман Ҡолаевтар билдәле. 1795 й. 238 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 739 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. Ҡ. 18 б. башында нигеҙләнгән Иҫке Ҡангилде а. ҡушылған. И.И.Кашапов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019