Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович

Просмотров: 723

ЗДАНОВИЧ Геннадий Борисович (4.10.1938, Махачкала ҡ. — 19.11.2020, Силәбе ҡ.), археолог. Тарих фәндәре докторы (2002). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Петропавловск педагогия институтында, бер үк ваҡытта Төньяҡ Ҡаҙағстан тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында (Петропавловск ҡ.) эшләй. 1972 й. башлап Ҡарағанда университетында, 1976 й. алып Силәбе университетында (кафедра мөдире, Арҡайым ғилми‑белем биреү комплексы директоры), бер үк ваҡытта 1994 й. алып Силәбе өлкәһе Арҡайым тарихи‑мәҙәни ҡурсаулығын ойоштороусы һәм уның директоры, 2009 й. башлап директор урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре Көньяҡ Уралдың бронза быуатына, Петровка мәҙәниәтенә һәм Һынташты мәҙәниәтенә арналған. Арҡайымды тәү башлап асыусы.

  Хеҙм.: Бронзовый век Урало-Казахстанских степей. Свердловск, 1988; Синташта: археологические памятники арийских племён Урало-Казахстанских степей. Ч.1. Челябинск, 1992 (авторҙ.); Аркаим—Страна городов: пространство и образы. Челябинск, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.09.2022
Связанные темы рубрикатора: