Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ

Просмотров: 854

ИЗОБИЛЬНЫЙ КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. 2‑се сирегенә ҡарай. Ырымбур өлк. Изобильный а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 м алыҫлыҡта Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1993 й. М.А.Турецкий тарафынан өйрәнелә. Кәшәнә бөтә яҡтары ла тигеҙ, 2 яруслы, көмбәҙле ҡоролманан ғибәрәт булған. Түбәнге ярусы планда һигеҙ мөйөшлө, өҫкөһө дүрт мөйөшлө булған. Стеналары (2,2 м ҡалынлыҡта), иҙәне яндырылған һәм сей кирбестән һалынған. Төньяҡ‑көнбайыш стенаһы янында кирбестән эшләнгән баҫҡыслы ҡәбер ташы (2,0×0,5 м) аҫтында көнбайыш-көнсығыш йүнәлеше буйлап ҡаҙылған дүрткел ҡәбер соҡоронда (2,7 м тәрәнлектә) кирбестән төҙөлгән кәшәнә табылған. Ҡатын‑ҡыҙ һәм ирҙәрҙе ҡапҡасы тимер сөйҙәр, атламалар м‑н беркетелгән ағас табутта ерләгәндәр. Мәйеттәр салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡҡа һәм төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Аметист һәм бронза муйынсаҡ бөртөктәре, тимер ҡаптырмалар, һорау билдәһе рәүешендәге алтын һырға, ебәк киҫәктәре, йылан төшөрөлгән бронза көҙгө һәм йөҙөк табылған. Мосолман йолаларының ерләү элементтары төҫмөрләнә. И.м. материалдары Ырымбур пед. ун‑ты фондтарында һаҡлана.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: