Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛЬИН Сергей Спиридонович

Просмотров: 1134

ИЛЬИН Сергей Спиридонович [5.4.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Андреевка а. (хәҙ. БР‑ҙың Өфө р‑ны Сергеевка а.) – 5.2.1945, Врицен ҡ., Германияның Бад‑Фрайенвальде ҡ. ерләнгән], лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әстерхан хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1944). 1943 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1944 й. башлап 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се удар армияның 230‑сы уҡсылар див. 986‑сы уҡсылар полкы 9‑сы уҡсылар ротаһының взвод ком. лейт. И. 1945 й. 2—5 февр. Одер й. аша сыҡҡанда һәм Врицендан көнсығыштараҡ һул яр плацдармын һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). И. исеме Өфө р‑ны Жуков а. урамға һәм урта мәктәпкә бирелгән, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, ихатаһына һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Насыров  Ш. Солдатами не рождаются //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019