Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ УЙЫНДАРЫ

Просмотров: 1297

ХАЛЫҠ УЙЫНДАРЫ, күңел асыуға нигеҙләнгән һәм халыҡтың донъяға традицион ҡараштарын, инаныуҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклоры, соц. мөнәсәбәттәре һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге үҫешен сағылдырған тарихи яҡтан ойошҡан шөғөлдәр (уйын-көлкө, тамаша, күңел асыу, спорт, бейеү, йыр һ.б. ярыштар). Башҡорттарҙа Х.у. төрки халыҡтарҙың күсмә (ҡара: Күсмә тормош) мәҙәниәте традицияларында формалаша, игенселек (ҡара: Ултыраҡ тормош) м-н шөғөлләнгән славян һәм фин-уғыр халыҡтарына хас элементтар осрай. Күпселек традицион байрамдарҙың, йолаларҙың төп компоненттарының береһе булып тора. Йәмәғәт һәм ғаилә байрамдарына бәйле Х.у. шартлы рәүештә кеше ғүмеренең төп осорҙарына арналған байрамдарға, йолаларға (тыуым һәм үлем, бер йәш категорияһынан икенсе йәш категорияһына күсеү, никахҡа инеү) һәм төп календарь байрамдары, йолалары м-н бәйле Х.у. (ҡара: Календарь, Халыҡ календары) бүлеп ҡарарға мөмкин. Х.у. изгелек һәм яуызлыҡ, кеше һәм уның көсө, изге (Аҡбуҙат, Самрау, толпар, Һомай һ.б., ш. уҡ ҡара: Эйә) һәм яуыз (албаҫты, бисура, бәрей, убыр, шүрәле һ.б.) геройҙар һәм заттар (ҡара: Анимизм), изге ағастар һәм хайуандар (ҡара: Тотемизм) т-да күҙаллауҙар сағылыш тапҡан. Х.у. театрлаштырылған тамашалар, хәрби-спорт, бейеү, музыка, йыр, ауыҙ-тел һәм һынлы сәнғәт элементтары, импровизацияланған тормош ситуациялары, күренештәре, культ холҡо моделдәре бар. Х.у. әхлаҡи, соц. һәм психологик мәғәнә һалынған. Улар кешелә физик көс, сыҙамлыҡ, сослоҡ, эш ҡоралдары, хәрби ҡорал м-н эш итеү күнекмәләре һ.б. тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уйындарҙың күпселеге ҡатнашыусыларҙың ярышыуына, көс һынашыуына ҡоролған. Йәш һәм енес айырмаһы б-са уйындар балалар, йәштәр һәм өлкәндәр, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ уйындарына бүленә. Танып белеү йәһәтенән хайуандар донъяһын, төрлө тәбиғәт һәм соц. тормош күренештәрен, хеҙмәт процестарын, хужалыҡ һәм йорт көнкүрешен сағылдырған Х.у.айырыла. Х.у. ябай предмет (тоҡ, туп, таяҡ, яулыҡ, йәйә, уҡ, ултырғыс, башлыҡ, шар, тун һ.б.) тылсымлы көскә эйә була һәм алып барыусыны, еңеүсене (батыр, уйын башы, иң көслө) асыҡлай. Структураһы б-са Х.у. сюжетлы (“убырлы ҡарсыҡ”, “айыу менән ҡуяндар”, “йәшерәм яулыҡ” һ.б.) һәм ярыш мотивтары өҫтөнлөк иткән сюжетһыҙ (“өс ҡуныс”, “йәбешкәк бүкәндәр” һ.б.); индивидуаль [“йөҙөк һалыу”, “таяҡ ташламыш (тартыш)”, “көршәк ватыу” һ.б.] һәм төркөм [“билге”, “урта (һыҙыҡ) туп” һ.б.]; предметтар м-н (“тәмеш”, “мәргән туп” һ.б.) һәм предметһыҙ; атлы (“ҡыҙ ҡыуыу” һ.б.) һәм йәйәүле (“йүгереш”, “соҡор туп” һ.б.) һ.б. уйындарға бүленә. Тапҡырлыҡҡа, көлөүҙән тыйылыуға һ.б. ҡоролған уйындарҙы айырым төркөмгә индерергә мөмкин. Үткәреү урыны б-са йорт (“аулаҡ өй”, “йондоҙ һанау” һ.б.) һәм ялан (“түңәрәк”, “яулыҡ сөйөү”, “соҡор туп”, “сәкән” һ.б.) уйындары була. Башҡорттарҙың хәрби оҫталығы, атап әйткәндә, һыбай йөрөү оҫталығы сағылған (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) спорт Х.у. (“уҡ атыу”, “күк бүре”, “тал сабыу”, “ҡырҡҡы уҡ”, “өс бүкән” һ.б.) айырыла. Хәрби-спорт элементтары булған ярышҡа ҡоролған Х.у. нигеҙендә спорт уйындарының төрҙәре (ҡара: Милли ат спорты уйындары) барлыҡҡа килгән. Яңғыҙ һәм күмәк, түңәрәкле һәм бейеүле уйындар (“киндер туҡмау”, “көтөүсе”, “ҡапҡа”, “тула баҫыу”, “түңәрәк уйыны”, “йәшерәм яулыҡ”, “күпер”, “күләгә” һ.б.) айырыуса киң таралған, улар араһында хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың хәрәкәттәренә оҡшатыулы уйындар (“алырым ҡош”, “ҡор уйыны”, “кәкүк уйыны”, “аҡҡош”, “һунарсы” һ.б.) айырылып торған. Диалогтары, хөрәфәти текстары, һанағыстары, таҡмаҡтары һ.б. булған һүҙле-шиғри Х.у. билдәле булған. Яҙ-йәй ваҡытында йәштәр араһында “киске уйын”дар башланған, бөтә халыҡ традицион байрамдары (ҡара: Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Йыйын, Кәкүк сәйе, Ҡарғатуй, Майҙан, Туй, Һабантуй һ.б.) уҙғарылған. Яҙ көнө Х.у. тау битләүендә, йәй йылға буйында йәки ауыл ситендә үткәрелгән. Гармун, дөңгөр, думбыра, ҡумыҙ, ҡурай һ.б. музыка ҡоралдарында уйнау (берәү көйҙө башлаған, икенсеһе уны тамамларға тейеш булған), таҡмаҡ әйтеү, яңғыҙ һәм күмәк бейеүҙәр б-са ярыштар ойошторолған. Күңел асыу урындарына “әүһәләй” ҡорғандар, бейеү майҙансығына таҡта түшәгәндәр, эскәмйәләр ҡуйғандар. Йәштәргә үҙ һәләттәрен, оҫталығын, сослоғон, көсөн күрһәтергә, бер-береһен оҡшатыуын белдерергә мөмкинлек биргән уйындар үткәрелгән [“аҡ тирәк, күк тирәк”, “ҡайыш һуҡҡыш”, “дөйә”, “әбәк”, “ҡарға уйыны”, “әүһәләй эйеү”, “арҡан (таҫтамал) тартышыу”, “гөргөлдәк”, “күрешеү”, “сәмреғош”, “семтеш” һ.б.]. “Ҡот алыу” йолаһы булған: киске уйынға күрше ауылдарҙан йәштәрҙе саҡырғандар, уларҙы ҡаршы алырға барған хужалар һыбай йөрөү бәйгеһе үткәрергә тәҡдим иткән, ғәҙәттә урындағы ауылдан бер егеттең ҡулына ҡулъяулыҡ йәки туҡыма киҫәге бәйләгәндәр һәм ҡатнашыусылар шуны бер-береһенән тартып алырға тырышҡан. Бейеү ярыштары (“ҡара-ҡаршы”, “түңәрәк уйыны”, “биш ҡапҡа”,“өс таған”) киң таралған. Көҙгө-ҡышҡы осорҙағы ҡатын-ҡыҙ Х.у. ҡул эше м-н шөғөлләнеү өсөн йыйылыу йолаһы (ҡара: Бәйләү, Сигеү) һәм бергәләп балаҫ һуғыу, тула баҫыу (ҡара: Туҡыусылыҡ), өй кәрәк-ярағы һәм кейем әҙерләү (ҡара: Ултырма) м-н бәйле булған. Аулаҡһәм урнаш ваҡытында башлыса йәштәрҙең бер-береһенә йылы мөнәсәбәтен белдереү мөмкинлеген биргән уйындар үткәрелгән: “бейәләй ороу”, “күҙ бәйләш”, “йөҙөк һалыу”, “көйһөҙ кейәү”, “йондоҙ һанау”, “күгәрсен ашатыу” һ.б. Улар шаян язалар м-н оҙатылған: йырларға, бейергә, хайуанды, ҡошто һынландырырға, мейес аҡларға, һыуға барырға һ.б. тәҡдим ителгән. Ҡатын-ҡыҙ кис ултырғанда “һуҡыр тәкә” һ.б. уйындар уйнаған, ҡыҙҙар үҙ-ара ҡул эштәрендә ярышҡан (кем күберәк йөн иләй йәки ҙурыраҡ йомғаҡ яһай, матур биҙәк уйлап таба һ.б.). Кейем алмаштырып кейеү б-са ярыштар һәм уйындар ойошторғандар (“бәтәлйән”): ҡыҙҙарҙың береһе егет булып кейенгән (ирҙәр кейеме кейгән, ҡором м-н мыйыҡ яһаған), ҡулына һепертке тотҡан һәм ҡыҙҙарға һорауҙар биргән, әкиәттәр, туҙға яҙмаҫ уйҙырмалар һөйләгән (һәр кем теманы төшөнөп, хикәйәләүҙе дауам итергә тейеш булған), йомаҡтар әйткән, йыш ҡына ауылдаш егеттәргә пародия яһаған. Ир-ат ҙур булмаған төркөмдәргә йыйылған: осрашыу ваҡытында көнкүреш темаларына әңгәмә ҡорғандар, күңелле йырҙар йырлағандар, шаян һүҙҙәр һөйләгәндәр, йомаҡтар, башватҡыстар сискәндәр, музыка ҡоралдарында уйнағандар. “Йәтәс айырышыу”, “сәтәш уйыны” популяр булған: табында кемгә түш һөйәге эләкһә, шул уны бер яғынан тотоп, берәйһенә икенсе яғынан тартып һындырырға тәҡдим иткән, тәүҙә уйын шарттары, еңеүсегә бүләк т-да һөйләшелгән. Башҡорт Х.у. күбеһе йөкмәткеһе б-са төбәктәге башҡа халыҡтарҙың уйындарына оҡшаш: “күҙ бәйләш”, “һуҡыр тәкә”, “гөргөлдәк”, “өс ҡуныс”, “таяҡ ташламыш”, “ҡул туп”, “өсәт” һ.б.

Әҙәб.: Н а г а е в а Л.И. Весенне-летние празднества и обряды башкир //Исследования по исторической этнографии Башкирии. Уфа, 1984.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019