Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОЛА

Просмотров: 1184

ЙОЛА, ғөрөф-ғәҙәт, элек-электән килгән соц. тәртип ҡағиҙәләре. Й. ижт. мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙең төп ысулдарының береһе, кешеләрҙе теге йәки был соц. һәм мәҙәни тәжрибәгә өйрәтеү, уны быуындан-быуынға тапшырыу, этник (ҡара: Этнос) һәм соц. төркөмдәрҙе берләштереү сараһы булып иҫәпләнә. Й. үтәлеү дәрәжәһе м‑н айырыла: күп Й. айырым шарттарға бәйле булһа, хоҡуҡи Й. йәмғиәттең һәр ағзаһы өсөн мәжбүри талап һанала. Хоҡуҡи Й. йыйылмаһы йола хоҡуғын тәшкил итә, уларҙың үтәлеше йәмәғәт йоғонтоһо ысулдары, дәүләт барлыҡҡа килгәндән һуң дәүләт органдары тарафынан тәьмин ителә. Башҡорттарҙа Й. хужалыҡ итеүҙең (ҡара: Хужалыҡ) традицион формалары (ҡара: Игенселек, Күсмә тормош, Малсылыҡ, Солоҡсолоҡ) үҙенсәлектәренә, тарихи шарттарға, мәҙәни һәм соц. традицияларға бәйле. Й. община тормошоноң төрлө яҡтарын, атап әйткәндә, хужалыҡ эшмәкәрлеген, ижт. һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен, община ағзаларының (ҡара: Аҫаба, Бей, Тархан) үҙ-ара, күршеләр м‑н (“күрше хаҡы”) аралашыуын, башҡа ырыуҙар, ҡәбиләләр һәм халыҡтар м‑н мөнәсәбәтен көйләгән. Башҡ. общинаһында бер-береңә ярҙамлашыу (ҡара: Өмә) һәм ҡунаҡсыллыҡ (йыраҡтан килгән кешегә айырыуса йылы мөнәсәбәт күрһәтелгән) Й. ҙур урын тотҡан. Й. м‑н традицион (ҡара: Ҡарғатуй, Һабантуй, Майҙан һ.б.) һәм мосолман байрамдары, халыҡ йыйындары (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай), халыҡ уйындары, ултырмалар һ.б. тығыҙ бәйле. Күп Й. көндәлек тормошта сағылышы башҡ. фольклоры әҫәрҙәрендә кәүҙәләндерелгән. Ҡайһы бер Й. өлөшләтә көнкүрештә, соц.-әхлаҡи мөнәсәбәттәрҙә, дини һәм ғаилә традицияларында һаҡланып ҡалған.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019