Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШКИНИН Ишмәй Иштубай улы

Просмотров: 1023

ИШКИНИН Ишмәй Иштубай улы [23.12.1914 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 15.12.1914), Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ишем а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 2.8.1964, БАССР‑ҙың Мишкә районы Баймырҙа а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Лейтенант (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Полтава пехота училищеһын тамамлаған (1944). Мишкә районының “Восток” колхозында эшләгән. 1936—38 йй. һәм 1943 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. апреленән 3‑сө Белоруссия фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армияның 54‑се уҡсылар корпусы 126‑сы уҡсылар дивизияһы 550‑се уҡсылар полкының уҡсылар взводы командиры кесе лейтенант И. 1945 й. 7—8 апрелендә Кёнигсберг ҡ. өсөн барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) тыуған ауылында эшләй. Ленин (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән. Мишкә, Баймырҙа һәм Ишем аа. урамдарға И. исеме бирелгән, Мишкә а. Мемориаль комплекстың гранит стенаһына уның барельефы, Ишем а. һәйкәл, ул йәшәгән йорт һәм уҡыған мәктәп биналарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

  Әҙәб.: П л а т о н о в М. Падение цитадели //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023