Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШҠОЛОВ Ғәтиәт Абдулла улы

Просмотров: 1253

ИШҠОЛОВ Ғәтиәт Абдулла улы [15.7.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңы Яуыш а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 10.12.1944, Челёвце а., Плехотице а. ерләнгән, Словакия], танкист, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Харьков бронетанк уч‑щеһын тамамлаған (Ташкент, 1944). 1935—37 йй. һәм 1940—42 йй. Фёдоровка р‑нының Пугачёв МТС‑ында эшләй. 1937—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1944 й. 4‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 18‑се армияның 1666‑сы үҙйөрөшлө артиллерия полкының үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы ком. өлкән лейт. И. 1944 й. 9—10 дек. Челёвце өсөн барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). И. исеме тыуған ауылындағы урамға бирелгән, уға бюст, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Әҙәб.: К о л я д и н Ф. Правый гнев //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023